Әхиәр Хәким: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Вафат булыу урыны → Вафат булған урыны using AWB
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (5) using AWB
14 юл:
|Йүнәлеше = [[социалистик реализм]]
|Жанр = хикәйә, повесть, роман, шиғыр
|Әҫәрҙәренең телдәре = [[башҡорт теле|башҡортса]], [[урыҫрус теле|урыҫсарусса]]
|Премиялары = {{{!}} style="background: transparent"
{{!}} {{премия имени Горького|1989}} {{!!}} {{ Салауат Юлаев исемендәге премияһы|1984}}
56 юл:
 
== Ижады ==
Әхиәр Хәкимов әҙәби донъяға тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә. Унын башҡорт романы, прозаһы тураһында эҙләнеүҙәре әле лә көн үҙәгендә. Яҙыусының мәҡәләләре 1967 йылда [[«Китап» нәшриәте|Башкнигоиздат нәшриәте]]ндә сығарылған «Әҙәбиәт һәм заман» китабында туплана. [[Мостай Кәрим]]дең шиғриәтенә арналған «Быуат менән бергә» («С веком наравне») монографияһы [[Ташкент]]та урыҫрус телендә баҫыла.<ref name="bashinform">[http://www.bashinform.ru/news/653631/ «Әхиәр Хәкимов — үҙ халҡының йылъяҙмасыһы (Яҙыусының тыуыуына 85 тулыуға ҡарата)». Башинформ сайтынан]</ref>
 
Быға тиклем башлыса әҙәби тәнҡит, тәржемә менән шөғөлләнгән әҙип етмешенсе йылдарҙа хикәйә, повестар, романдар яҙыу эшенә тотоноп китә.
63 юл:
[[1982]] йылда донъя күргән «Ҡуштирәк» романы башҡорт ауылы тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ироник стилдә бәйән итә. Әҙиптең «Һауыр ҡумта» (1982), «Думбыра сыңы» (1984) тарихи романдары тынғыһыҙ XIV быуаттарҙы, башҡорт ырыуҙарының үҙаллылыҡ өсөн көрәше үҙенсәлекле һәм сағыу итеп бәйән итә. «Ҡош юлы» (1986) романында һуғыш осорондағы йәмғиәт тормошо, тоталитар система шарттарында шәхес трагедияһы сағылдырыла. Романда ҡыҙыл командирҙың ҡатыны, фашист концлагерҙарында ыҙа сиккән Нуранияның әсе яҙмышы урын алһа, «Эшелон» (1995) повесында иһә әсирлеккә эләгеп, унан азат ителгәндән һуң совет концлагеры тамуғы аша үткән Ирназар Исламғоловтың яҙмышы һүрәтләнә. «Өйөрмә» (1990), «Дауылдан ҡотолоу юҡ» (1994) романдарында башҡорт интеллигенцияһының [[Октябрь инҡилабы]]на, иҫке һәм яңы ҡиммәттәргә ҡарашы сағыла, репрессиялар шарттарында шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. «Каруан» (1997) романы илдәр араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе генә түгел, халыҡтарҙың бер-береһенә булған мәҙәни һәм рухи йоғонтоһон сағылдыра.<ref>[http://www.bashculture.ru/archives/87 Башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте сайтына Әхиәр Хәкимов тураһында]</ref>
 
Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы шиғырҙар менән мауыға, әммә яҙғандарының барыһы ла һаҡланмаған. 1998—2000 йылдарҙа [[Советтар Союзы]]ның тарҡалыуы, тормош ҡатмарлыҡтары, элек берҙәм илдең барлыҡ яҙыусыларын берләштергән ҙур ойошманың юҡҡа сығыуы, һөҙөмтәлә төрлө дәүләттәрҙә бүленеп ҡалған ҡәләмдәш дуҫтары менән аралашыу мөмкинлектәренең кәмеүе менән бәйле ауыр кисерештәре, етмәһә инфаркт кисереүе уға яңынан шиғыр яҙыу өсөн этәргес бирә. Әхиәр Хәсән улы ошо осорҙа 29 шиғыр ижад итә. Уларҙың 18-ен Венера Думаева-Вәлиева урыҫрус теленә тәржемә итә. Шиғырҙарҙың күпселеге уның үҙ тормошонан, уйланыуҙарынан, иҫтәлектәренән сығып яҙыла. Мәҫәлән, «Һәйкәл» — [[Болгария]]ның Пловдив ҡалаһында совет һалдаты хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә ғәмһеҙ ҡараш тураһында ишеткәс тыуған шиғыр. «Өршәк» тыуған төйәген, уның гүзәллеген данлап ижад ителгән.<ref>[http://bash.asilikyl.ru/kultura/314-shiyr-ayan-kil.html «Шиғыр ҡайҙан килә?» «Балҡантау» гәзите]</ref>
 
Әхиәр Хәкимов әҙәби тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эш итә. Ул үҙенең әҫәрҙәрен, [[Фәрит Иҫәнғолов]]тың повестарын, шулай уҡ [[Урал батыр эпосы|«Урал-батыр» эпосы]]н, башҡорт теленә — фин халҡының «Калевала» эпосын тәржемә итә.
 
Әхиәр Хәкимовтың башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәре урыҫрус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән, әзербайжан, татар, эстон телдәренә тәржемә ителгән. Уның әҫәрҙәре Болгария, Венгрия, Чехословакия, Францияла баҫтырылған.<ref name="bashinform"/>
 
Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Әхиәр Хәким «Почёт Билдәһе» ордены (1979), Халыҡтар дуҫлығы ордены<ref name="kitap">[http://www.kitap-ufa.ru/authors/detail.php?ID=2110 «Китап» нәшриәте сайтында Әхиәр Хәкимов тураһында]</ref>, һуғыш темаһы өстөндәге уңышлы эштәре өсөн [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия]] (1980), «Ҡуштирәк» һәм «Һауыр ҡумта» романдары өсөн [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] (1984), «Думбыра сыңы» китабы өсөн РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989) менән бүләкләнә. 1985 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә. 2001 йылда республика Президенты Указы менән [[Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары|«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы»]] тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Яҡташтары тарафынан әҙип Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданины итеп һайланған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әхиәр_Хәким» битенән алынған