Шәриф Сөнчәләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Файл:Флаг башкир.png → Файл:Флаг Башкурдистана.png using AWB
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: урыҫ → рус (3) using AWB
24 юл:
 
== Биографияһы ==
Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сөнчәләев (замандаштары араһында ул Шәриф Сөнчәләй исеме менән билдәле) 1885 йылдың 3 ноябрендә [[Һарытау]] губернаһының Хвалын өйәҙе<ref name="Х" /> Иҫке Мәстәк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1903 йылда Шәриф Сөнчәләй Ҡазан уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға бара. 1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫрус революцияһы осоронда шәкерттәр сыуалышында ҡатнаша, листовкаларҙы тәржемә итеп тарата. Уҡытыусылар мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Шәриф Сөнчәләй [[Пермь губернаһы]]ның [[Сәрәш]] урыҫрус-башҡорт мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Быны ул халыҡ араһында сәйәси-ағартыу эше менән бергә алып бара. Батша ялсылары уҡытыусыға бер урында тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй. 1915 йылда ул [[Өфө губернаһы]]ның [[Бәләбәй өйәҙе]] [[Ҡарғалы]] ауылында күсерелә. Бында ул мәктәптән тыш уҡытыу бүлеге мөдире була.
 
[[Февраль революцияһы]] ваҡытында Шәриф Сөнчәләй ярлы крәҫтиәндәрҙе митингыларға, юғары башланғыс училище уҡытыусыларын һәм шәкерттәрен демонстрацияларға саҡыра, яңы тормош төҙөргә өндәй, халыҡ алдында күп тапҡыр телмәр тота.
41 юл:
1930—1934 йылдарҙа Шәриф Сөнчәләй иҡтисад буйынса коммунистик академия эргәһендәге аспирантурала уҡый. Был уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ул Мәскәүҙә Көнсығыш халыҡтар ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр итеп ҡалдырыла, шул уҡ ваҡытта Мәскәү туҡымалар институтында сәйәси иҡтисад доценты вазифаһын башҡара.
 
Шәриф Сөнчәләй Башҡортостан тарихы һәм иҡтисады, этнография темалары буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара, [[Мәскәү]]ҙә йәшәгән йылдарҙа (1932—1959) күп ғилми хеҙмәттәр яҙа. Уның айырыуса «Башҡортостан тураһында дөйөм мәғлүмәттәр», «Башҡортостан мәктәптәрендә тыуған яҡты өйрәнеү» тигән хеҙмәттәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 1947 йылда Мәскәүҙә урыҫрус телендә баҫылып сыҡҡан «Этнографические особенности башкир» тигән китабы төрлө мәғлүмәттәргә бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ғалим башҡорт фольклоры, теле буйынса библиография төҙөй, ғилми күҙәтеүҙәр яһау, дөйөмләштереү менән шөғөлләнә.
 
1938 йылда Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сөнчәләев нигеҙһеҙ эҙәрләүҙәргә дусар ителә, әммә 1956 йылда тулыһынса аҡланып, нахаҡ бәләләр кире алына.