Филиппов Александр Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (7) using AWB
11 юл:
|Йүнәлеше =
|Жанр = поэзия, проза
|Әҫәрҙәренең телдәре = урыҫрус теле
|Дебют = «Зарницы» китабы (1961)
|Премиялары = [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы]] лауреаты (1973)
18 юл:
|Викикитапхана =
}}
'''Филиппов Александр Павлович''' ([[7 ноябрь]] [[1932]] — [[15 октябрь]] [[2011]]) — [[Башҡортостан]]да тыуып, урыҫрус телендә ижад итеүсе шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]], 1958 йылдан КПСС ағзаһы. [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары|Башҡортостандың халыҡ шағиры]] (2004), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы]] лауреаты (1973), [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев ордены]] кавалеры.
 
== Тормош юлы, хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Александр Павлович Филиппов 1932 йылдың 7 ноябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Күгәрсен районы]] [[Йомағужа (Күгәрсен районы)|Йомағужа]] ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]ның (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) урыҫрус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, [[Ауырғазы районы]] [[Ишле (Ауырғазы районы)|Ишле]] ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, артабан Башҡортостан радиоһының [[Күмертау]] һәм [[Салауат]] ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырыла. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән радиожурналист 1961 йылда [[Өфө]]гә күсерелә һәм БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының йәштәр редакцияһына мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм бында 1968 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ йылда урыҫрус яҙыусылары секцияһы етәксеһе итеп һайланыу сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, артабан союздың идара рәйесе урынбаҫары була. 1983—1991 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы|БАССР Яҙыусылар союзы]]ның Әҙәби фондын етәкләй, идара секретары вазифаһын башҡара. Был осорҙа шулай уҡ СССР Яҙыусылар союзы Әҙәби фондының идараһы ағзаһы һәм ойошманың Сит ил яҙыусылары менән бәйләнештәр советы ағзаһы, бер нисә матбуғат баҫмаһының редколлегия ағзаһы була. Күп тапҡырҙар сит дәүләттәргә рәсми сәфәрҙәргә сыға, шул иҫәптән [[Ангола]], [[Венгрия]], [[Вьетнам]], [[Германия|Германия Демократик Республикаһы]] (хәҙер [[Германия]]), [[Конго Демократик Республикаһы|Конго]] һәм башҡа илдәрҙә була.
 
Өфө ҡалаһының Киров район Советы депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә.
 
1991 йылда [[урыҫрус теле]]ндә нәшер ителгән «Истоки» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ике тиҫтә йыл, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара.
 
Александр Филиппов 2011 йылдың 15 октябрендә [[Өфө]]лә вафат була<ref>[http://www.bashinform.ru/news/403874/ Не стало народного поэта Башкортостана Александра Филиппова — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 15 октябрь]{{ref-ru}}</ref>, «Көньяҡ» зыяратта ерләнгән.
32 юл:
Александр Филиппов бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған һәм бишенсе синыфта уҡығанда уларҙың бер нисәһен ул ваҡытта бөтә [[СССР|Советтар Союзыны]]ң балалар баҫмаһы булараҡ [[Мәскәү]]ҙә нәшер ителгән «Пионерская правда» гәзитенә ебәргән. Улар унда баҫылып сыҡҡан. Үҙәк матбуғат материалдарына ул осорҙа ниндәй талаптар ҡуйылғанан иҫкә төшөрөү ҙә шиғырҙарҙың ниндәй кимәлдә булыуы тураһында асыҡ һөйләй. 19 йәшендә педагогия инстиутына уҡырға килгәндә Александр Филиппов ижад емештәрен «[[Ленинец]]» республика йәштәр гәзитендә лә баҫтырып өлгөргән йәш шағир була. Шуға ла фекерҙәштәре уны бер тауыштан факультетта эшләп килгән әҙәби түңәрәктең старостаһы итеп һайлап ҡуя. Вуз тамамлап ауылға уҡытыусы итеп ебәрелһә лә, ижад ҡомары өҫтөнлөк алғас, йәш белгес журналистика юлынан китә. Республика радиоһының үҙ хәбәрсеһе, аҙаҡтан Өфөлә радиотапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булыу Александр Филиппов оло тәжрибә бирә. Ҡәләмен ҡулынын төшөрмәгән әҙип тиҫтә йыл әсендә тос ҡына йыйынтыҡҡа етерлек шиғри әҫәрҙәр туплап өлгөрә һәм уның тәүге ижад ҡарлуғасы «Зарницы» исемле беренсе китабы 1961 йылда донъя күрә. Аҙаҡтан 3 — 4 йыл арауыҡ менән уның йыйынтыҡтары бер-бер артлы нәшриәттән сығып ҡына тора. 1972 йылда [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә баҫылған «Пора тополиных вьюг» тигән шиғырҙар һәм поэма ингән китабы өсөн шағир 1973 йылда республика комсомолының [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия]]һына лайыҡ була. Дөйөм алғанда әҙиптең өс тиҫәтәнә артыҡ китабы уҡыусыларға тәҡдим ителгән.
 
Александр Филиппов үҙен оҫта һәм әүҙем тәржемәсе итеп тә танытты. Билдәле [[Башҡорт әҙәбиәте|башҡорт яҙыусылары]] [[Сәғит Мифтахов]]тың «Зимагорҙар» драмаһын, [[Муса Ғәли]]ҙең «Ҡояш һәм күҙ йәше» поэмаһын, [[Хәким Ғиләжев]]тың «Ил улы» драматик поэмаһын, [[Фәрит Иҫәнғолов]]тың «Һәйкәлдәр тереләр өсөн» һәм [[Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы|Вәзих Исхаков]]тың «Бәхтизин» романдарын, шулай уҡ композитор [[Заһир Исмәғилев]]тың [[Салауат Юлаев (опера)|«Салауат Юлаев» операһыны]]ң либреттоһын, күп кенә авторҙарҙың шиғырҙарын башҡортсанан урыҫрус теленә тәржемә итә. Әҙиптең был йүнәлештәге ижади эшмәкәрлегенә баһа итеп мәшһүр [[Мостай Кәрим]]дең «Александр Филиппов үҙенең ҡайһы бер ижадташ туғандарына ҡарағанда күпкә башҡортораҡ» тигән һүҙҙәрен китереү ҙә етә.
 
Бар ижадындағы кеүек үҙенең сценарийҙарында ла Александр Филиппов тыуған республикаһы темаһына даими мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, уның «Башҡорт балы», «Башҡортостан нефтселәре», «Республиканың бер көнө», «Башҡортостан умартасылыҡтарында» тип исемләнгән киносценарийҙары бының асыҡ дәлиле булып тора. Улар тамашасының һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын алды, ә 1965 йылда төшөрөлгән «Башҡорт балы» документаль кинофильмы үҙ ваҡытында Бухареста үткән халыҡ-ара конкурста беренсе премияға лайыҡ булды.
 
== Китаптары ==
'''Урыҫрус телендә''':
* Зарницы: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 80 с.
* Журавлиный полет: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965. — 80 с.