Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
27 юл:
Ғәбделрәүеф Хәким улы Ниязбаев 1884 йылдың 12 февралендә Ырымбур губернаһының Ҡарғалы ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Башҡортостан ауылдарында мәктәптәр асыуға, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороуға, әҙәби әҫәрҙәре менән башҡорт драматургияһын һәм милли театрын барлыҡҡа килтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Барлыҡ ғүмерен халҡыбыҙҙың аң-белем, мәҙәни кимәлен күтәреүгә бирә.
 
1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫрус революцияһын Ғ. Х. Ниязбаев шатланып ҡаршылай, азатлыҡ өсөн көрәштә ярайһы ғына ҡатнаша. Уның шәхес булып үҫеп етеүендә мәғрифәтселек идеялары, алдынғы демократик ҡараштар хәл иткес әһәмиәткә эйә була.
 
Яҡты идеялар менән рухланған Ғ. Х. Ниязбаев, революция күтәрелеше баҫыла төшһә лә, үҙенең алдынғы ҡараштарынан баш тартмай. Был ваҡытта ул Ҡазан уҡытыусылар мәктәбендә уҡый, йәш шәкерттәр хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм бер аҙ ваҡыт ултырып та сыға.