Довженко Александр Петрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Бала сағы: clean up, replaced: августында → авгусында using AWB
ә →‎Үҫмер йылдары: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
43 юл:
1914 йылда Довженко институтты тамамлай һәм Житомир башланғыс училищеһына тәғәйенләнә. Унда уҡытыусылар етмәү сәбәпле тәбиғәтте өйрәнеү, гимнастика, география, физика, история һәм рәсем дәрестәрен алып бара. Беренсе донъя һуғышын ул "обыватель" һымаҡ ҡабул итә, тәүҙә ҡыуана, яраланғандарҙы сәскәләргә күмә, тик бер нисә йыл үткәс кенә, ул уларға ҡайғылы һәм оялыу тойғоһо менән ҡарай башлай.
 
Шул уҡ ваҡытта Довженко күпмелер ваҡыт украин милли - азатлыҡ хәрәкәтенең активисы булып китә. Самодержавие ҡолатылыуын ул ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы ала, сөнки “крәҫтиәндәргә, фабрикалар – эшселәргә, мәктәптәр – уҡытыусыларға, хәстәханалар – табиптарға, Украина - украиналарға, рәсәй – урыҫтарғарустарға икәненлеге хәҙер барыһына ла асыҡ”. Әммә ваҡыт үтеү менән Довженко үҙенең йәш саҡтағы ынтылыштарын “мөгәрәптән сыҡҡан” кешеләрҙең күҙен томалау, тип атай, сөнки ул ваҡытҡа Довженконың ҡәҙимгесә, төҙөк сәйәси белеме лә, кластар һәм партиялар көрәше тураһында аҙ ғына булһа ла төҫмөрләүе, шулай уҡ марксизм тураһында ла белеме булмай әле.
Һуңынан ул: Украин сепаратистар буржуаз хәрәкәте миңә ул осорҙа иң һуңғы сиктәге революцион хәрәкәте, иң һул, тимәк, иң яҡшы булып күренә ине...Коммунизм тураһында мин бер нәмә лә белмәй инем, әгәр минән, кем ул Маркс, тип һораһалар, мин, моғайын, ул китап сығарыусы, тип әйтер инем. Шулай итеп, мин революцияға кәрәкмәгән ишектән ингән булғанмын”, — тип яҙа.