Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
55 юл:
22 февралдә большевиктар суды ҡарары менән командирҙар, башҡорт отряды поручигы Иҙелбаевты һәм прапорщик Мағазовты аталар. Ғәбитов мыҫҡыллауҙарҙан һәм туҡмалыуҙарҙан һуң иреккә сығарыла. 1918 йылдың көҙөндә был [[Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын атыу|Баймаҡтағы трагик ваҡиға]] тураһында ул «[[Башҡорт тауышы]]», «[[Башҡортостан хөкүмәтенең теле]]» гәзиттәре битендә ентекле һүрәтләй.
 
1918 йылдың яҙынан Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт бүлегендә эшләй, агитация мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелеү менән, [[Башҡорт хәрби шураһы]]ның Ырымбур хәрби бүлеге эшенә әүҙем ылығып китә. «Башкорт тауышы» гәзитен сығарыуҙы яйға һала. 1918 йылдың 7 авгусында рәсми орган булараҡ, урыҫрус телендә сығарылған «Башкорт тауышы» гәзитендә автономиялы Башҡортостан халҡын Башҡортостан үҙәк хөкүмәтенең эше менән таныштырыу һәм уның күрһәтмәләрен аңлатыуға төп урын бирелә, тип хәбәр ителә.
 
1918 йылдың октябрь айында Башҡорт хәрби шураһы приказы менән Ғәбитов, ойошоп ятҡан 7-се Башҡорт уҡсылар полкының полк муллаһы итеп тәғәйенләнә. Әммә аҡ командованиеһы яғынан финанслау туҡтатылғас, ноябрь айында 7-се полк таратыла. Ошоноң менән бәйле хәрби шураның яңы приказы сыға: «7-се полкта мулла булып тәғәйенләнгән Хәбибулла Ғәбитов беренсе башҡорт полкының полк муллаһы вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнә, беренсе полкты аңлатҡан элекке мулла шул уҡ полктың ярҙамсыһы булып ҡала»<ref name="У истоков Башкирской республики"/>.
81 юл:
 
== Ижады ==
Билдәле шағир, тел белгесе, фольклорсы ғалим, драматург, Башҡортостанда матбуғат һәм мәғрифәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тәүге әҫәрҙәре Ырымбурҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға. Әҫәрҙәре 1918 йылда [[Тулҡын (ойошма)|«Тулҡын»]] ойошмаһы баҫтырып сығарған «Башҡорт моңдары» шиғырҙар йыйынтығына инә.
 
Ғәбитов ижади эш менән дә шөғөлләнә: милли ғорурлыҡ һәм башҡорт халҡының яҡшы киләсәккә ышанысы менән һуғарылған шиғырҙар яҙа.