Ғафуров Марсель Абдрахман улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (6) using AWB
23 юл:
}}
{{фамилиялаш|Ғафуров}}
'''Ғәфүров Марсель Абдрахман улы''' ([[10 май]] [[1933]] — [[16 июнь]] [[2013]]) — [[Башҡортостан]]дың [[урыҫрус теле]]ндә ижад иткән билдәле яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1976) һәм РСФСР—ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Степан Злобин]], [[Мәжит Ғафури]] һәм [[Рафиҡов Булат Заһри улы|Булат Рафиҡов]] исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Марсель Абдрахман улы Ғәфүров 1933 йылдың 10 майында [[Башҡорт АССР-ы]]ның (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Күгәрсен районы]]) [[Мораҡ (Күгәрсен районы)|Мораҡ]] ауылында тыуған. 1948 йылда, һигеҙ синыфтан һуң, [[Мораҡ (Күгәрсен районы)|Мораҡ]] педагогия училищеһына уҡырға керә һәм был махсус урта уҡыу йортон 1951 йылда тамамлай. Яҡшы билдәләре һәм өлгөлө тәртибе өсөн эшләп тормай уҡыуын артабан вузда дауам итергә хоҡуҡ алғанлыҡтан, ошо йылда уҡ [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]на (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) уҡырға инә һәм уның урыҫрус теле һәм әҙәбиәте факультетын 1955 йылда отличие менән бөтөрөп сыға. Шул уҡ йылда Совет Армияһына алына һәм автомеханик булып хәрби хеҙмәт үтә. 1958 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, республика матбуғатында эш башлай. [[Урыҫрус теле]]ндә сыҡҡан «[[Ленинец]]» йәштәр гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, яуаплы сәркәтип һәм мөхәррир урынбаҫары, ә 1967 йылдан — баҫманың мөхәррире була. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Был яуаплы эште үтәгән осорҙа {{comment|ВЛКСМ|Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодёжи}}-дың XVI съезында [[Башҡортостан]] комсомол ойошмаһынан делегат булып ҡатнаша. 1972—1983 йылдарҙа «[[Советская Башкирия (гәзит)|Советская Башкирия]]» республика гәзитенең мөхәррир урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡара. Аҙаҡтан [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй.
 
Республика әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм шәхси ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Ғәфүров [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1976) һәм РСФСР—ҙың (1982) «атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, уға бер нисә әҙәбиәт премиялары бирелгән.
33 юл:
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Марсель Ғәфүровтың әҙәби ижадҡа ылығыуы уның [[Мораҡ (Күгәрсен районы)|Мораҡ]] педучилищеһында уҡыған осорға тура килә. Педагогия институтында ул шиғыр яҙыу менән әүҙем шөғөлләнә, уларҙың ҡайһы берҙәре уҙған ХХ быуаттың 50—се йылдары башында тәүҙә республика ваҡытлы матбуғатында — «Советская Башкирия» һәм «[[Ленинец]]» гәзиттәрендә гәзитендә, «Литературная Башкирия» альманахында, йәш һәм башлап яҙыусыларҙың «Молодые силы» йыйынтығында баҫыла, һуңыраҡ [[Мәскәү]]ҙә — «Литературная газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә донъя күрә. Хәрби хеҙмәттә булған йылдарында (1955—1958) йәш шағирҙың ижад емештәре [[СССР]] оборона министрлығы һәм Совет Армияһы һәм Хәрби Диңгеҙ флотының Баш сәйәси идаралығы (урыҫсарусса Главное политическое управление Советской Армии и Военно—Морского флота) органы булған «Красная звезда» гәзите һәм «Советский воин» журналы биттәрендә күп миллионлыҡ уҡыусыға тәҡдим ителә. Өлгөрөп еткән әҙиптең «Ранний снег» исемле беренсе шиғри йыйынтығы 1960 йылда [[Башҡортостан китап нәшриәте]] тарафынан нәшер ителә. Артабанғы ижад дәүерендә ул тиҫтәләгән шиғыр китаптары сығара.
 
Шиғриәт менән бер рәттән Марсель Ғәфүров проза һәм тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Үҙен башлыса журналистикаға арнап, күп йылдар республика гәзиттәрендә ҙур тырышлыҡ менән хеҙмәт итеү нәтижәһендә ул һәләтле һәм оҫта очерктар яҙыусы булып танылды. Ижадсы очерктарының төп геройҙары — республика халыҡ хужалығының күп төрлө тармаҡтарында фиҙаҡәр эшләүсе хеҙмәт алдынғылары. Журналист сәнәғәт һәи иҡтисадтағы, ауыл хужалығындағы, фән һәм техника, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштар һәм мөһим ваҡиғалар тураһында үҙ ваҡытында уҡыусыларға матур телле һәм бай йөкмәткеле очерктары аша еткереп барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика әҙиптәренең иң яҡшы публицистик әҫәрҙәре һәм очерктары тупланған «…И никаких легенд» (1964) һәм «Звёзды дневного неба» (1979) тигән йыйынтыҡтарға индерелде. Авторҙың «Бухара—Урал» магистраль газ үткәргесен төҙөү барышы хаҡындағы көнүҙәк репортаждары һәм очерктары, [[Англия]], [[Бельгия]], [[Люксембург]], [[Югославия]], [[Венгрия]] һәм башҡа ҡайһы бер сит илдәр тураһындағы юл яҙмаларын уҡыусылар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып уҡыны. Марсель Ғәфүровтың ул ваҡыттағы [[Германия|Германия Демократик Республикаһына]] барып ҡайтыу һөҙөмтәһендә яҙған «Сближение» очерктар йыйынтығы Башҡортостан халҡының заманындағы [[Германия|ГДР]]-ҙың [[Галле (Саксония-Анхальт)|Галле округы]] хеҙмәтсәндәре менән интернациональ дуҫлығын һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеген һүрәтләне. 1979 йылда [[Мәскәү]]ҙә нәшер ителгән был китап тиҙ арала элекке [[Советтар Союзы]]ның төрлө ҡитғаларына таралып бөттө.
40 юл:
 
== Китаптары ==
'''Урыҫрус телендә''':
* Ранний снег: стихи. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1960. — 96 с.
* …И никаких легенд / В соавтор. с Д. Гальпериным: Очерки. — М.: Молодая гвардия, 1969. — 144 с.
80 юл:
[[Категория:СССР Журналистар союзы ағзалары]]
[[Категория:«Ленинец» гәзите журналистары]]
[[Категория:Башҡортостандың урыҫрус телендә ижад итеүсе яҙыусылары]]
[[Категория:С. П. Злобин исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаттары]]