Бирюков Владимир Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (2) using AWB
26 юл:
 
== Биографияһы ==
Владимир Павлович Бирюков 1988 йылдың 10 июлендә [[Рәсәй империяһы]]ның [[Пермь губернаһы]] Шадрин өйәҙе Першин волосының (хәҙер [[Ҡурған өлкәһе]] Далматов районы) Першин ауылында тыуған. Атаһы ул ваҡытта ссудалар биреү ширҡәтенең ([[урыҫрус теле|урыҫсарусса]] ''ссудно-сберегательное товарищество'') иҫәпсе-секретары була. Владимирҙың бер туған ҡустыһы ''Аркадий Павлович Бирюков'' (1892—1969) — совет йылдарында тыуған төбәгендә врач-педиатр һәм баҡсасы-агроном булып таныла.
 
Владимир Бирюков Пермь дини семинарияһында уҡый, әммә рухани (священник) булырға теләмәй. [[1912]] йылда Ҡазан ветеринар институтын тамамлай. Мәскәү археология институтын бөтөргәндән һуң ([[1915]]) «ғалим-археолог» һәм институттың мөхбир ағзаһы исемдәрен ала. Ике йыл К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы институтында уҡый. [[1919]] йыл аҙағынан — Томск дәүләт университетының
тарих-филология факультетында ирекле тыңлаусы. Урындағы һөйләштәргә бағышланған конкурс эше өсөн Томск университеты уға көмөш миҙал бирә.
 
[[1910]] йылда Першинда бөтөн Урал аръяғында тәүге булған ауыл музейы ойоштора. [[1917]] йылдың 26 декабрендә был музей Шадринск ҡалаһына күсерелә һәм «Ғилми һаҡлағыс» исеме алған учреждение составына бирелә (хәҙер — В. П. Бирюков исемендәге крайҙы өйрәнеү музейы һәм ҡалалағы Дәүләт архивы).
 
[[1920]] йылда Пермь университетының тарих-филология факультеты Владимир Бирюковты боронғо ҡомартҡылар музейы мөдире вазифаһына һайлай.
 
[[1923]] йылда Бирюков башта СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Үҙәк крайҙы өйрәнеү бюроһы ағза-корреспонденты, һуңынан мөхбир ағзаһы итеп һайлана, Үҙәк бюроның конференциялары һәм пленумдары эшендә әүҙем ҡатнаша. [[1925]] йылдың сентябрендә В. П. Бирюков СССР Фәндәр академияһының 200 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша, [[13 сентябрь|13 сентябрҙә]] Ҙур театрҙа үткән тантаналы йыйылыш Президиумына һайлана.
 
1920 йылдар башында Фәндәр академияһы «Рус теле һүҙлеге»н («Словарь русского языка» (1891—1937) сығарыуҙы яңынан башлай. Бирюков был эштә туранан-тура ҡатнаша, 1933 йылға тиклем уға тикшереү өсөн типографияла йыйылып, әле биттәргә бүленмәгән набор һәм шул наборҙың ҡағыҙға күсерелгән баҫмаһын (гранкаларҙы) ебәреп торалар. Һүҙлектең 14 бүлегендә В. П. Бирюковтың исеме баҫманы тулылыландырып сығарыуға булышлыҡ итеүселәр иҫәбендә аталған.
 
[[1930]] йылдан [[1938]] йылғаса [[Свердловск өлкәһе|Свердловск өлкә]] крайҙы өйрәнеү бюроһында, [[1940]]—[[1950]] йылдарҙа Шадринск ҡалаһында эшләй. [[1962]] йылда үҙе йыйып туплаған документтарҙы [[Свердловск]] ҡалаһына күсерә. Улар артабан Әҙәбиәт һәм сәнғәт үҙәк дәүләт архивының Урал бүлексәһен (хәҙер Свердловск өлкәһе Дәүләт архивы фонды) булдырыуға нигеҙ була. Свердловск өлкә башҡарма комитеты ҡарары менән тыуған яҡты өйрәнеүсенең ҡулъяҙмалары һәм китаптарының бай йыйылмаһынан [[1964]] йылда Урал әҙәбиәт һәм сәнғәт архивы ойошторола, В. П. Бирюков йәмәғәт башланғысында уның директоры була.
 
[[1954]] йылдың ғинуарында [[СССР Яҙыусылар союзы]]ның Свердловск бүлексәһе Бирюковты был ижади берләшмәгә ағза итеп тәҡдим итә, һәм 1955 йылдың 10 февралендә ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.
 
Владимир Павлович Бирюков 1971 йылдың 18 июнендә Свердловск ҡалаһында (хәҙер Екатеринбург) вафат була, Түбәнге Исет зыяратында (Нижне-Исетское кладбище) ерләнә.
49 юл:
* [[1973]] йылдан тыуған яҡты өйрәнеүсе Владимир Павловичҡа арналған ''Бирюков уҡыуҙары'' үҙғарыла. Улар башлыса [[Силәбе]]лә үтә<ref>[http://www.book-chel.ru/ind.php?what=card&id=3432 БИРЮКОВСКИЕ ЧТЕНИЯ. Энциклопедия «ЧЕЛЯБИНСК» сайты]{{ref-ru}}{{V|11|12|2016}}</ref>, айырымдары шулай уҡ Шадринск ([[1994]]) һәм Ҡурған ҡалаларында ойошторолдо.
* Тыуған төйәкте өйрәнеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ғалимдарға, яҙыусыларға һәм журналистарға «В. П. Бирюков исемендәге премия лауреаты» тигән маҡтаулы исем бирелә<ref>[http://ufa-gid.com/ocherki/laureat-premii-imeni-biryukova-zvanie-pochetnoe.html. ЛАУРЕАТ ПРЕМИИ ИМЕНИ БИРЮКОВА - ЗВАНИЕ ПОЧЕТНОЕ. «УФА-ГИД — Путеводитель по Уфе» сайты]{{ref-ru}}{{V|11|12|2016}}</ref>.
* [[1988]] йылдың [[26 февраль|26 февралендә]] Владимир Павлович Бирюковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 500 мең даналы тираж менән художестволы маркалы почта конверты сығарыла. Рәссамы Л. Кузьмов.
 
== Библиография ==