Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
50 юл:
1956 йылдан бирле [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.
 
[[Башҡорт теле]]н һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙаҡәрфиҙакәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған [[Ҡырмыҫҡалы районы]]нда арҙаҡлы яҡташы [[Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы|Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев]] хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ булды.
 
Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]», «[[Башҡортостан уҡытыусыһы (журнал)|Башҡортостан уҡытыусыһы]]», «[[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, [[Салауат Юлаев исемендәге премия|Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы]] комиссияһы ағзаһы.