Февраль патенты: өлгөләр араһындағы айырма

Австрия империяһының конституцион акты
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Февральский патент" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

08:31, 14 апрель 2018 өлгөһө

Важнейшие положения

Патентҡа ярашлы, Рейхстат (парламент) ике палатаға бүленгән (Heerenhaus — хужалар Палатаһы һәм Abgeordnetenhaus —  депутаттар Палатаһы) һәм закондар сығарыу функцияһына эйә була.

Үрге палата ағзалары император тарафынан ғүмерлеккә тәғәйенләнгән. Уның составына хаким итеүсе фамилиялар ағзалары, Католик Сиркәү иерархияһы, юғары аристократия вәкилдәре һәм дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ошо хөрмәткә лайыҡ булыусылар. Түбәнге палата, империя ерҙәре составына инеүсе ландтагамдар менән һайланған булырға тейеш. Ул 343 депутатты үҙ эсенә ала: 120 баш Венгриянан -  120, Ломбардия-Венециянан - 20 һәм ҡалған территорияларҙан - 203.

Парламент йөкләмәләре «Ҙур» һәм «Бәләкәй» секцияларға бүленә. «Ҙур» секцияла тотош империя, шул рәттән Венгрияға ҡағылышлы мәсьәләләр  тикшерелә. «Бәләкәй» секция төбәк проблематикаһын ҡарай. Асылда, ул венгрия парламентының үҙ тәғәйенләнешен ҡабатлай. Венгрия короллеге үҙенең эске мәсьәләләрен көйләүҙе үҙ Милли йыйылышы аша хәл итеү хоҡуғына эйә була. 

Император Рейхсрат сессиялары араһындағы тәнәфесе ваҡытында ҡабул ителгән закондарҙы ғәмәлдән сығарыу  һәм  «ғәҙәттән тыш ҡарарҙар» сығарыу хоҡуғы ала.

Февраль патентының яҙмышы

Венгрия һәм Галицияла яңы дәүләт ҡоролошо артыҡ үҙәкле тигән тәнҡиткә дусар була. 1865 йылдың 20 сентябрендә ҡабул ителгән «Империяның вәкиллеге тураһында законы» Патент эшмәкәрлеген туҡтата. Февраль патентының бик күп нормалары, 1918 йылда Австро-Венгрияның тарҡалыуына тиклем булған, 1867 йылғы Конституция нигеҙенә һалына.

Әҙәбиәт

  • Ҙур Совет Энциклопедияһы, 3 изд.: М., 1969—1978.
  • Okey, Robin, The Habsburg Monarchy c.1765-1918: From Enlightenment to Eclipse. (Palgrave Macmillan: NY) 2001.
  • Ingrao, Charles W., The Habsburg Monarchy 1618—1815, 2nd Edition. (Cambridge University Press: NY) 2000.
  • «Austria and the Problem of Reform in the German Confederation, 1851—1863», Enno E. Kraehe, The American Historical Review, Vol. 56, No. 2. (Jan., 1951).