Кесаҙна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Кесаҙна (Кесе йома)''' — [[аҙна]]ның [[шаршамбы]] менән [[йома]] араһындағы көн. Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, кесаҙна (кесе йома) аҙнаның дүртенсе көнө һанала. [[Мосолман календары]]нда иһә ул аҙнаның алтынсы көнө.
 
== Этимологияһы ==
[[Башҡорттар]], мосолман булараҡ, көн атамаларының күбеһен [[фарсы теле]]нән алған, бары [[йома]] һәм кесаҙна (кесе йома) атамалары ғәрәп телендәге '''«йома-джум'а»''' - «йыйылыу», «мәжлес» тигән һүҙҙән килеп ингән. Билдәле булыуынса, [[мосолмандар]] йома көнө [[мәсет]]тәрҙә йәки күмәкләп намаҙ уҡырға мөмкин булған урындарҙа [[йәмәғәт намаҙы]]на йыйыла.
 
[[Ислам]]да яңы көн ҡояш байыу менән, йәғни,[[аҡшам намаҙы|аҡшамдан]] башлана - календар [[тәүлек]] бөтөп өлгөрмәгән була. Аҙнаның дүртенсе көнөндә ҡояш байыу менән [[йома]] башланып өлгөрә, шуға ла халыҡ уны кесаҙна йәки кесе йома тип атаған. "Йома" һәм "аҙна" һүҙҙәре синоним булараҡ та билдәле, шуға күрә кесаҙна ла, кесе йома ла бер үк мәғәнәле һүҙҙәр булып тора.
 
 
 
 
 
 
{{Ҡалып:Аҙна}}
 
{{Time-stub}}
 
[[Төркөм:Аҙна]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кесаҙна» битенән алынған