Күҙәнәк ядроһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
40 юл:
Бәләкәй ядролар составына [[Рибонуклеин кислотаһы (РНК)|РНК]] һәм [[Аҡһымдар|аҡһым]] инә. Бәләкәй ядролар хромосомалар менән бәйле. Улар хромосомаларҙың билдәле бер участкаларында (ядрышковый организатор) барлыҡҡа килә. Унда рибосомалар составына ингән РНК синтезлана. Шуға күрә лә, бәләкәй ядроларҙа рибосомаларҙың ҙур һәм бәләкәй өлөшсәләре формалаша. Формалашҡан бәләкәй ядролар тик бүленмәгән күҙәнәктәрҙә генә күренә. Күҙәнәк бүленеү ваҡытында улар тарҡала.
 
'''Хроматин''' ('''хромосомалар, гр. «хрома» — буяу, «сома» — тән)''' — ядро составының мөһим өлөшө. Бүленмәгән хромосомалар үтә нәҙек еп формаһында. Шуға күрә лә, хроматин эсендә айырым хромосомаларҙы яҡтылыҡ микроскобы аша күреп булмай.
[[Файл:Human female metaphase chromosomes.tif|thumb|200px|right|Митоз. Кеше күҙәнәгендә метафаза хромосомалары [[DAPI]]]]
Был үтә нәҙек ептәрҙең һәр береһе [[ДНК]]-ның [[Аҡһымдар|аҡһым]] менән берләшмәһенең бер молекулаһын тәшкил итә. Был епсәләр һәр береһе 1 см-ҙан ашыу оҙонлоҡта булыуы мөмкин.