«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы: өлгөләр араһындағы айырма

көмөштән ҡойолған
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Медаль «За взятие Парижа»" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

07:01, 6 апрель 2018 өлгөһө

«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы урыҫ ғәскәрҙәре 1814 йылдың 19 (30) мартында Парижды алыуы хөрмәтенә Александр Беренсенең 1814 йылдың 18()30 авгусындағы манифесы менән булдырыла.

Миҙалдың алғы яғында Александр Беренсенең билгә тиклемге. уң яҡҡа ҡарап торған һүрәте лавр тажы эсенә ҡуйылған һәм өҫтәрәк урынлаштырылған «бөтә нәмәне лә күрә торған күҙ» уны нурға ҡойондора . Артҡы яғында миҙалдың сите буйлап ҡуйылған лавр тажы эсенә биш юлллыҡ ҙяу урынлашҡан: «ЗА — ВЗЯТIЕ — ПАРИЖА — 19 МАРТА — 1814.».[1]

Миҙал француз баш ҡалаһын алыуҙа ҡатнашҡан бөтә яугирҙарҙы — һалдаттан генералға тиклем — наградлау өсөн тәғәйенләнә. Ләкин ул бер кемгә лә тапшырылмай: Бурбондар династияһы аяҡҡа баҫтырылыуға бәйле, урыҫ императоры был миҙалды сығарыу ҡасандыр баш ҡалаларының емертелеүе тураһында француздарҙың иҫтәренә төшөрөү кеүек ҡабул итерелер һәм был миҙалды сығарыу дипломатикаға тап килмәй, тип уны сығарыуҙы туҡтата. Тик 12 йыл үткәндән һуң ғына император Николай Беренсе «…урыҫ ғәскәрҙәре Парижға бәреп инеүе йыллығы алдынан, 1826 йылдың 18 мартында, был миҙалды ағаһы (Александр Беренсенең) кәшәнәһендә изгеләндерергә ҡуша», һәм миҙал 1874 йылда һуғыш кампанияһында ҡатнашыусыларға таратып бирелә. .

Награда ҡатнашыусыларға 1826 йылдың 19 мартынан алып 1832 йылдың 1 майына тиклем миҙал таратып бирелә. Бөтәһе 160-тан ашыу миҙал тапшырыла. Әлбиттә, 1812 йылдың Ватан һуғышы геройҙарының 1826 йылға тиклем яҙылған портреттарында башҡа наградалары араһында был миҙал юҡ.

Миҙал көмөштән ҡойола. Үлсәме буйынса ул өс төрлө була: дөйөм ғәскәри — диаметры 28 һәм 25 мм һәм кавалеристарҙы наградлау өсөн — 22 мм. Награданы таҫмаға тағыу өсөн өҫкө яҡҡа ҡолаҡсын ҡуйыла. 1812 йылдың атаҡлы партизаны Денис Давыдовҡа тапшырылған миҙал Петербург хәрби-тарихи музеенда һаҡлана.

Был миҙалдың бәләкәйләтелгән төрҙәре лә була — 12, 15, 18 мм. улар граждандар кейеменә тағыу өсөн махсус эшләнә.

Миҙалды беренсе тапҡыр ҡабул ителгән: Әндерәй таҫмаһы — зәңгәр төҫтә, һәм Георгий таҫмаһы — дүрт ҡара һыҙатлы һары-ҡыҙыл төҫтә.

Миҙалдарҙың һүрәттәре

Шулай уҡ ҡара

  • Некоторые награждённые медалью

Һылтанмалар

  1. Медаль «За взятие Парижа 19 марта 1814 г.