Михай Мункачи: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
ы
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
38 юл:
Мункачи - Иисус Христос тураһындағы трилогия авторы . Был трилогияны яҙыр алдынан рәссам ниндәй ҙур әҙерлек алып барғанын йәмәғәтселек уның ҡатынын Цецилияға яҙған хаттары донъя күргәс кенә белә. Мункачи Библияны башынан аҙағынаса бер нисә тапҡыр яңынан уҡып сыға, «Жизнь Иисуса» француз философы һәм яҙыусыһы, дин тарихы белгесе Эрнест Рена́ндың «Иисустың тормошо» әҫәрен яҡшылап өйрәнә.
 
Иерусалим преторияһындағы (Иудеялағы Рим наместнигының ваҡытлыса резиденцияһы) сәхнәнекүренеште мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ итеп күрһәтер өсөн рәссам бик күп кейем тарихы буйынса альбомдар һәм Библияла яҙылған сюжеттар буйынса картиналарҙы ентекләп ҡарап сыға.
 
Мункачи Парижда эмиграция өсөн документтар көткән йәһүдтәрҙе үҙ оҫтаханаһына үҙенең картинаһы өсөн һүрәткә, фотоға төшөрөргә тип саҡыра. Был фотоһүрәттәрҙе һуңыраҡ ул картиналарын яҙғанда ҡуллана.
 
Барлығы Мункачи « Христос Пилат алдында» (1881) картинаһы өсөн 35 эскиз яҙай. Был трилогиянан кенсе картина«Голгофа» (1884) , өсөнсөһө «Ecce Homo» (1896). Тәүгеһен Америка эшҡуары Джон Уонамейкер һатып ала, уның өйөндә янғын сығып, был картина саҡ юҡҡа сыҡмай. Тәүге ике картинаны йәмәғәтселек хуплап ҡаршы ала, гәзиттәрҙә рәссамды маҡтап бихисап мәҡәлә донъя күрә. Ләкин йылдар үтеү менән тарихи ысынбарлыҡты күрһәткән картиналар сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырмай башлай. Уонамейкер ҙа уны алырға ашыҡмай. Картинаны инглиз- венгр консорциумы һатып ала, ә һуңыраҡ уны бай венгр завод эйәһе һәм сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыусы Фридьеш Дери һатып ала<ref>maxpark.com/community/6782/content/3751422</ref>.
1919 йылда Дери үҙенең бай коллекцияһын (тарихи документтар, картиналар, боронғо аҡсалар, китаптар) Венгрия дәүләтенә бүләк итә. 1928 йылда Дебреценда был байлыҡты һаҡлау өсөн айырым бина төҙөлә. Музей Фридьеш Дери исемен йөрөтә.