Мифтахов Альберт Ленар улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Мифтахов Альберт Ленар улы'''([[1959]]—[[2014]]) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Демократик йәштәре союзының Федерация Советы рәйесе (1990−1994). «Берҙәм Рәсәй» партияның Башҡортостан бүлексәһе региональ башҡарма комитеты етәксеһе ([[2012]]—[[2014]]). Башҡортостан Республикаһы Президенты Администрацияһы етәксеһенең урынбаҫары ([[2014]]).
 
== Биографияһы ==
Мифтахов Альберт Ленар улы 1959 йылда 15 сентябрендә [[Өфө]]лә тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген [[Башҡорт дәүләт университеты]]н 1981 йылда тамамлағандан һуң башлай: Өфө ҡалаһының [[Октябрь районы (Өфө)|Октябрь районы]]ндағы 13-се киске урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, ВЛКСМ структураларында төрлө һайлап ҡуйылған вазифалар биләй — секретарь урынбаҫары, Башҡорт дәүләт университетында — ВЛКСМ комитеты секретары, артабан ВЛКСМ-дың башҡортостан өлкә комитетының секретары, беренсе секретары. 1991 йылдан 1994 йылға тиклем — Башҡортостан демократик йәштәр союзының республика комитетының секретары<ref name="Башинформ">[http://www.bashinform.ru/news/658935-skonchalsya-albert-miftakhov Альберт Мифтахов]</ref>.
 
1991—1993 йылдарҙа Халыҡ-ара йәштәр палатаһының Рәсәй бүлексәһе вице-президенты вазифаһын биләй. 1994 йылдан 2011 йылға тиклем коммерция структураларында етәксе вазифаларында эшләй.
Альберт Мифтахов фәнни эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, философия фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай, политология өлкәһендә бик күп публикациялар авторы<ref name="Башинформ"></ref>.
 
2012 йылдың ғинуарында партияның региональ сәйәси советы Президиумы составына инә һәм «Берҙәм Рәсәй» Бөтә рәсәй сәйәси партияның региональ сәйәси советына Секретарҙың урынбаҫары итеп һайлана. 2012 йылдың апреленән партияның Башҡортостан бүлексәһенең региональ башҡарма комитетын етәкләй.
2014 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Администрацияһы етәксеһенең урынбаҫары булып эшләй.
2014 йылдың 11 сентябрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була<ref name="Башинформ"></ref>.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
* Һөҙөмтәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән<ref name="Башинформ"></ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==