Мария Магдалена Матсдоттер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Матсдоттер 1835 йылдың 21 мартында Фьелльфьеллдә  Вильхельмина  мәхәлләһендә тыуа (Лаппланд провинцияһы). Ул ярлы ғаиләнән була, атаһы  болан үрсетеү менән шөғөлләнә, боландарҙың миграцияһы мәлендә ҡыш һәм йәй  көтөү көтә. 1843 һәм 1844 йылда ҡыҙ ҡыйынлыҡ менән мәктәпкә йөрөй.
 
Мария Магдалена Матсдоттер 1864 йылдың ҡышында Оселдағы  үҙ йортонан  [[СтокгольмСтокгольмға]]<nowiki/>ға саңғыла сәйәхәт ҡыла, монарх менән аудиенция юллау өсөн, юлдың өлөшөн йәйәү үтә. Башҡалаға ул февраль айында килә. Уға ике монарх  Карл XV  һәм королева Луиза Нидерландская, шулай уҡ тол королева Жозефина Лейхтенбергская менән осрашыуға рөхсәт итәләр. Сәйәхәтенең маҡсаты саам балаларына мәктәп-интернаттарҙың яңы системаһын ойоштороу өсөн королдән рөхсәт алыу була<ref name="nsd">{{Cite news|title=Aposteln för nomadskolan|first=Ingemar|last=Nilsson|url=http://www.nsd.se/inc/print/?articleid=6963318&name=Skriv-ut|date=June 2009|accessdate=28 May 2014}}</ref>. Элек саам балалары христиан динен һәм башҡа мотлаҡ булған дисциплиналарҙы өйрәнергә мәжбүр була, ә мәктәптәр уларҙың өйҙәренән һәм ата-әсәләренән ныҡ алыҫта урынлашҡан, сөнки Лапландияла улар өсөн бер ниндәй ҙә мәктәп булмаған. Бындай шарттарҙа уҡыу өҫтән-мөҫтән һәм ҡыҫҡа ғына була. Матсдоттерҙың инициативаһы хуплана, һәм 1865 йылда Вильхельминалағы мәктәп төҙөлөшөн финанслау өсөн Femöresföreningen («Биш пеннинглы берекмә») тип аталған йәмғиәт ойошторола, һәм ул иң беренсе мәктәп булып һанала. Уның инициативаһы саамдарҙың  дин өлкәһендә белемле булырға изгелекле ынтылышы һымаҡ ҡабул ителә, һәм Матсдоттер рәсми рәүештә оҡшатып эшләүҙең өлгөһө тип атала. Ул баҫалҡы һәм йыуаш итеп һүрәтләнә, сөнки  исемен халыҡҡа белдерергә теләмәй. 
 
Матсдоттер Стокгольмдағы Францияның Реформатор сиркәүе пасторы Анни Рурих  менән бәйләнешкә инә, пастор уға ярҙам итә. Уның сәйәхәте ике мәктәп һәм ике балалар приютын булдырыуға булышлыҡ итә.