Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы''' (22.10. [[1912]], [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]] [[Ғүмәр]] ауылы (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Кушнаренко районы]] [[Иҫке Ғүмәр (Башҡортостан)|Иҫке Ғүмәр]] ауылы)  — 12.10.[[1970]], [[Өфө]])  — [[Советтар Союзы Геройы]] (1943). Өлкән лейтенат (1944). 1939—1940 йылдарҙа совет‑фин һуғышында һәм [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашҡан.
 
== Биографияһы ==
Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы [[1912 йыл]]дың [[22 октябрь|22 октябрендә]] Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Ғүмәр ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылы) тыуған.
[[1940 йыл]]дан алып [[Ҡыҙыл Армия]]ла. 1942 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған. 1941 йылдың июленән Көнбайыш, Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар дивизияһы 957‑се уҡсылар полкы взвод командиры кесе лейтенант Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы [[1943 йыл]]дың 24 сентябрендә [[Украина ССР‑ы]] Балыко‑Щучинка ауылы янында [[Днепр]]ҙы аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) [[Өфө]]лә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән.
 
 
 
== Хәтер ==
Тыуған ауылында Вәлиев Сәлих Шәйбәк улына  — һәйкәл, Өфөләге ул йәшәгән йортҡа һәм Иҫке Ғүмәрҙәге мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==