Ишембай станоктар ремонтлау заводы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ишимбайский станкоремонтный завод" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:50, 29 март 2018 өлгөһө

«Ишембай станоктар ремонтлау заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте—  металл киҫеүсе һәм тимерсе-пресслау ҡорамалдарын  ремонтлау заводы. Рәсәй баҙарында металл эшкәртеү ҡорамалдарының киң номенклатураһын модернизациялауҙы һәм ремонтлауҙы үҙләштергән берҙән-бер предприятие[1]. Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында урынлашҡан. Адресы: Индустриаль шоссе, 2б .

ООО «Ишимбайский станкоремонтный завод»
Тип

ООО

Нигеҙләнгән

2005

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Ишимбай

Төп фигуралар

гендиректор Э. Х. Нагаев

Тармаҡ

ремонт металлорежущего и кузнечно-прессового оборудования

Хеҙмәткәрҙәр һаны

500

Материнская компания

ООО «Башстанкоцентр»

Сайт

http://www.isrz.ru/

Тарихы

2005 йылдың апрелендә «Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы „Витязь“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән (хәҙерге «Машиналар эшләү компанияһы „Витязь“») аукционда 40000 кв. м. биләмәһе менән производство һәм административ майҙандың бер өлөшө һатып алына, предприятиеның бер нисә тапҡыр банкротлығы һөҙөмтәһендә ул туҡтап торған була. Ҡыҫҡа ваҡыт аралығында яңы урынға һигеҙ мең тонна самаһы станок ҡорамалдары  күсерелә, цехтарға йылылыҡ, яҡтылыҡ, газ үткәрелә, кешеләр эшләү өсөн нормаль шарттар булдырыла һәм етештереү эштәре башлана[2].

Элекке хужаларҙан ҡалған  үҫешкән кран хужалығы булыуы, уңайлы географик урыны завод үҫешенең нигезе булып тора. Өҫтәл оҙонлоғо 14 метрға тиклем булған буй-шымартыу станогын алыу ауыр һәм ҙур габаритлы станоктарҙы ремонтлау буйынса яңы мөмкинлектәр аса.

2010 йылдың 24 һәм 25 февралендә «Башстанкоцентр» компанияһы «Ишембай станоктар ремонтлау заводы»на экскурсия ойоштора[3].

2011 йылдың мартында Өфөлә Инновацион-сәнәғәт салоны ҡатнашсылары  завод буйынса экскурсияла була[4]

2011 йылдың 27 һәм 28 сентябрендә «Металл эшкәртеү: станоктар, инструмент һәм технологиялар — 2011» (27-30 сентябрҙә, Өфө) XIV Төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыусылар өсөн Ишембай станоктар ремонтлау заводында күсмә конференция ойошторола[5]

Әҙәбиәт

Ахметов, Н. Уникальный завод: Ишимбайский станкоремонтный завод / Н. Ахметов // Восход.- 2010.- 2 марта.- С.1.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар