Ауыл хужалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
27 юл:
== Ауыл хужалығының үҫеү тарихы ==
{{also|Аҙыҡ-түлек етештереүҙең һәм ауыл хужалығының хронологик үҫеше.}}
Ауыл хужалығы хайуандарҙы эйәләштереү һәм үҫемлектәр үҫтереү менән 10 000 йыл элек булдырылыған{{sfn|Oxford|2014|p=209}}. Иртә игенселек ваҡытынан алып, ул ҙур үҙгәрештәр кисергән{{sfn|Oxford|2014|p=210}}.
Алғы [[Азия]]ла, [[Египет]]та, [[Һиндостан]]да тәү башлап планлы рәүештә үҫемлек үҫтереү һәм йыйыу башлана.
Ауыл хужалығын ирекле рәүештә үҫтереү Төньяҡ һәм Көньяҡ [[Ҡытай]]ҙа, [[Африка]]ла, [[Гвинея|Яңы Гвинея]]ла, Һиндостандың ҡайһы бер өлөшөндә һәм Американың бер нисә төбәгендә була.
35 юл:
[[Ҡытай Халыҡ Республикаһы]]нда дөгө менән тары беҙҙең эраға тиклем 8000 йыл элек, ә һуңғараҡ ҡуҙаҡлы һәм соялылар үҙләштерелә.
 
Сахель төбәгендә дөгө һәм сорго урында үҫә. Урындағы культуралар үҙ аллы Көнбайыш Африкала һәм бәлки [[Яңы Гвинея]]ла, [[Эфиопия]]ла үҫтерелә башлай. Ҡайһы бер ҡуҙаҡлыларҙың, бойҙайҙың беҙҙең эраға тиклем 6 мең йыл элек булыуына дәлил Һинд уйһыулығында табыла. [[Әфлисүн]]дәр ошо мең йыллыҡта культивациялана. Беҙҙең эраға тиклем 4000 мең йыл элек уйһыулыҡта үҫтерелгән ауыл хужалығы культуралары булып борсаҡ, бойҙай, кунжут орлоғо, арпа, һинд мангоһы тора. Унда беҙҙең эраға тиклем 3500 йылда мамыҡ, туҡыма үҫтереү алға китә. Беҙҙең эраға тиклем 3000 йылда дөгө, ҡамыш шәкәре үҫтерелә башлай. Беҙҙең эраға тиклем 2500 йылға [[Ғәрәбстан диңгеҙе]] янындағы [[Мохенджо-Даро]]ла дөгө мөһим туҡланыу продукты булып һанала. Һиндостан халҡының яҡшы яҡтыртылған иген һаҡлағыстары булған ҙур ҡалалары була. Американың өс төбәгендә шәкәр кукурузы, [[ҡабаҡ]], [[картуф]], бер йыллыҡ [[көнбағыш]] үҫтерелә башлай{{sfn|Oxford|2014|p=211}}.
[[Файл:Crescenzi calendar.jpg|мини|справа|250px|Петрус Кресценций яҙмаларынан ауыл хужалығы календары]]
Әгәр ауыл хужалығы тип, ер эшкәртеүҙе, ойошторолған дымландырыуҙы, монокультураларҙы һәм файҙаланған махсус хеҙмәтте аңлаһаҡ, беҙҙең эраға тиклем 5500 йылдан башлап, «ауыл хужалығын булдырыусылар» исемен шумерҙарға бирергә була. Ауыл хужалығын интенсив рәүештә үҫтереү күберәк халыҡты аҫрау, миҙгел араларында файҙалыныуға артыҡ продукт йыйыу, һатыу, алыштырыу мөмкинлеге бирә. Эшмәкәрлеге ауыл хужалығы менән бәйле булмаған фермерҙарҙың күп халыҡты туйҙыра алыу мөмкинлеге регуляр армияның барлыҡҡа килеүендә хәл иткес фактор була{{sfn|Oxford|2014|p=212}}.
 
1942 йылда донъяла Колумб алмашыуы кеүек билдәле булған үҫемлектәр һәм хайуандар менән киң таралған алышыныу барлыҡҡа килә. Бары тик Иҫке Йыһанда ғына билдәле булған ауыл хужалығы культуралары һәм хайуандары, Яңы Йыһанға индерелә һәм киреһенсә{{sfn|Oxford|2014|p=209}}. Башлыса томат, помидор Европа кухняһының фавориты булып китә. Шулай уҡ [[кукуруз]] менән [[картуф]] та киң массаға билдәле була{{sfn|Oxford|2014|p=212}}.
 
[[XIX быуат]] аҙағында һәм [[XX быуат]] механизацияның тиҙ үҫеше, тракторҙарҙың{{sfn|Oxford|2014|p=211}}, һуңғараҡ комбайндарҙың барлыҡҡа килеүе ауыл хужалығы эштәрен киң масштабта, ҙур тиҙлектә алып барырға ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта ғалимдар ауыл хужалығының тарихи үҫешен аңлатыу өсөн бер нисә гипотеза килтерә:
* Оазис теорияһы.