Хромосома: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{мөхәррирләү|1=Һәҙиә|2=28 март 2018}}
[[Файл:Human female metaphase chromosomes.tif|thumb|200px|right|Кеше күҙәнәктәрендә митоз хромосомалары [[DAPI]]]]
[[FileФайл:Meiosis (254 33).jpg|thumb|200px|Саранча хромосомалары мейоз барышында]]
'''Хромосо́ма''' ({{lang-grc|χρῶμα}} — төҫлө{{lang-grc2|σῶμα}} — тәнсә; немец гистологы Г. В. Вальдейер, 1883) — нуклеопротеид төркөмөнә ҡараған ҡатмарлы матдәләрҙән (ДНК һәм аҡһымдарҙан торған комплекс) структура.
 
Прокариот күҙәнәк эсендә берҙән -бер [[ДНК]] молекулаһы йомоҡ түңәрәк ҡулса формаһында була. Цитоплазмала урынлашҡан. Прокариот күҙәнәктең хромосомаһын нуклеоид тип атайҙар. Составында ДНК-нан тыш аҡһымдар ҙа бар.
 
Эукариоттарҙың хромосомалары күҙәнәк ядроһы эсендә урынлашҡан. Һаҡланырға, тереклек процесын көйләргә, ташырылырға тейеш нәҫел мәғлүмәтенең иң күп өлөшө шунда тупланған.
 
Хромосомаларҙы яҡтылыҡ микроскобында митоз һәм мейоз осоронда ғына күреп була. Ядролағы хромосомалар йыйылмаһы кариотип тигән атама алған.
Кариотип [[биологик төр]]ҙөң уны таныулы иткән индивидуаль билдәһе, цитогенетик критерийы (паспорты тип атап була) булып тора. <ref name="Tar">{{книга|автор=Тарантул В. З. |заглавие=Толковый биотехнологический словарь|место=М.|издательство=Языки славянских культур|год=2009|страниц=936|isbn=978-5-9551-0342-6|тираж=400}}</ref>.
 
== Хромосоманың төҙөлөшө ==
Хромосома бер ДНК молекулаһынан тора. Унда линия (һыҙат) тәртибендә бик күп [[ген]]дар теҙелеп киткән. Йәғни, ДНК молекулаһында гендар әҙмә-эҙ бер -бер артлы урынлашалар.
[[Эукариоттар]]ҙың хромосомаларында мотлаҡ функциональ элементтар булып центромера, теломерҙар һәм ДНК репликацияһын башлай торған инициация урыны (нөктәһе) була.
 
Репликация башлана торған урын ( инициация сайты) теломерҙар хромосоманың осонда урынлашҡан. Был ДНК молекулаһына иркенерәк, тиҙерәк репликация үтергә мөмкинлек бирә.
 
Хроматидаларҙың центромералары менән бүлеү орсоғона беркетелеүе, уларҙың бала күҙәнәктәр араһында теүәл бүленеүен тәьмин итә.<ref name="MolBiol">{{книга|заглавие=Молекулярная биология клетки: в 3-х томах|ответственный=Б. Альбертс, А. Джонсон, Д. Льюис и др|место=М.-Ижевск|издательство=НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», Институт компьютерных исследований|год=2013|том=I|страниц=808|isbn=978-5-4344-0112-8}} — С.  309—336.</ref>.
 
{{мөхәррирләү|1=Һәҙиә|2=28 март 2018}}
== Метафаза хромосомаһының морфологияһы ==
<div class="tright" style="clear:none">[[Файл:Chromosome.png|thumb|180px|Метафаза хромосомаһы 1 — [[хроматида]]; 2 — [[центромера]]; 3 — короткое плечо; 4 — длинное плечо.]]</div>
Юл 37 ⟶ 38:
 
Ядро эсендәге хромосомалар төрө, һаны (набор), формаһы һәр төр өсөн уникаль була.
 
== Хромосома формулаһы ==
Һәр индивидуаль хромосоманың нигеҙен бер ДНК молекулаһы тәшкил итә. Интерфазала ДНК молекулаһы тағатылған хәлдә була. Ул стадияла хромосоманы (хроматин) электрон микроскоптан ғына күреп була. Ул таныулы ла булмай.
Интерфазаның пресинтетик фазаһында хромосомала ДНК молекулаһы берәү була. Әммә бүленергә әҙерләнгән күҙәнәктә, ДНК молекулаһы икләтелә (синтетик фаза).
Шуға күрә, һәр хромосомала ДНК молекулаһы (копиялар) икешәргә әйләнә.
 
Шулай итеп, пресинтетик фазала хромосомаларҙың индивидуаль йыйылмаһын — nc, ә синтетик фазалағыһын — n2c формулаһы менән күрһәтеп була (n—хромосомалар йыйылмаһы, с- ДНК молекулалары һаны).
 
Шуға ярашлы, диплоид күҙәнәктең пресинтетик фаза формулаһы — 2n2c, синтетик фаза формулаһы —2n4c.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хромосома» битенән алынған