Хромосома: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
Хроматидаларҙың центромералары менән бүлеү орсоғона беркетелеүе, уларҙың бала күҙәнәктәр араһында теүәл бүленеүен тәьмин итә.<ref name="MolBiol">{{книга|заглавие=Молекулярная биология клетки: в 3-х томах|ответственный=Б. Альбертс, А. Джонсон, Д. Льюис и др|место=М.-Ижевск|издательство=НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», Институт компьютерных исследований|год=2013|том=I|страниц=808|isbn=978-5-4344-0112-8}} — С. 309—336.</ref>.
 
== Метафаза хромосомаһының морфологияһы ==
<div class="tright" style="clear:none">[[Файл:Chromosome.png|thumb|180px|Метафаза хромосомаһы 1 — [[хроматида]]; 2 — [[центромера]]; 3 — короткое плечо; 4 — длинное плечо.]]</div>
 
Һәр индивидуаль хромосоманың уны башҡаларынан айырып торған билдәләре була:
* Оҙонлоғо
* Центромераһының(беренсел нәҙеклек) урынлашыуы
* Икенсел нәҙеклектең булыу -булмауы
* Центромераның урынына бәйле хромосоманың формаһы (яурындарының торошо)
* Буялған хромосоманың төҫө, биҙәге.
 
Шуға күрә лә, метафаза осорондағы хромосомаларҙы танып, һүрәтләп, һанап, фотоға төшөрөп була. Ҡағиҙә буйынса, уларҙы иң ҙурынан башлап номерлап сығалар.
 
Эукариот күҙәнәктәрҙә Һәр индивидуаль хромосоманың пары була. Улар ҙурлыҡтары, центормераһының урыны, формалары, биҙәге, гендарының төрө һәм һаны буйынса бер төрлө булалар. Бындай хромосомаларҙы гомологик хромосомалар тип атайҙан.
 
[[Күҙәнәк ядроһы|Ядро]]лағы индивидуаль хромосомалар йыйылмаһын гаплоид йыйылма (берәр төрҙән  — n) тип атайҙар. Әгәр ядрола хромосомаларҙың һәр төрө икешәр булһа, хромосомалар йыйылмаһын диплоид йыйылма (парлы —2n) тип атайҙар.
 
Ядро эсендәге хромосомалар төрө, һаны (набор), формаһы һәр төр өсөн уникаль була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хромосома» битенән алынған