Рәимов Риф Мөхсин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
20 юл:
}}
 
'''Рәимов Риф Мөхсин улы''' ([[30 декабрь]] [[1904]] — [[15 февраль]] [[1953]]) — [[Башҡортостан]]дың билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге [[башҡорт]] [[СССР|совет]] [[тарих]]сыларының береһе, тарих фәндәре докторы (1950). [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы.
 
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Риф Мөхсин улы Рәимов 1904 йылдың 30 декабрендә [[Өфө губернаһы]] Бөрө өйәҙе (1993 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Ҡалтасы районы]]) [[Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)|Ҡуян ауылы]]нда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала, 1915—1918 йылдарҙа [[Өфө]]ләге [[Ғосмания мәҙрәсәһе|«Ғосмания» мәҙрәсәһендә]] уҡый. 1920 йылда Беренсе татар уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң мәғариф эшендә була. Нәҡ ошо осорҙа йәштәр йәмәғәт хәрәкәтенә ылығып китә, үҙен әүҙем комсомолец итеп таныта, ВКП(б) сафына ҡабул ителә, һуңыраҡ комсомол һәм партия органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара.
 
1937—1941 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында ([[Мәскәү]] ҡалаһы) өлкән ғилми хеҙмәткәр була. Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү буйынса маҡсатлы тикшеренеү эштәре алып бара, 1938 йылда диссертация яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты ғилми дәржәһен ала. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланыу менән баш ҡалала ойошторолған халыҡ ополчениеһы составына яҙыла, [[Мәскәү]]гә янында һаҡлау ҡоролмалары төҙөүҙә һәм ҡаланы ҡурғалау һуғыштарында ҡатнаша.
 
1942—1943 йылдарҙа [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нда (1957 йылдан — [[Башҡорт дәүләт университеты]]) доцент булып эшләй. 1943—1944 йылдарҙа [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|ВКП(б)-ның [[Башҡортостан]] өлкә комитеты]] секретаре була.

Һуғыштан һуң Риф Рәимов кире Мәскәүгә ҡайта һәм СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында фәнни эшмәкәрлеген дауам итә, фәнни журналдарҙа Башҡортостан тарихына һәм уны өйрәнеүгә арналған күп һанлы мәҡәләләр баҫтыра. 1950 йылда «тарих фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, тағы бер аҙҙан профессор итеп һайлана. Ғалимдең 1952 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә донъя күргән «Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» тигән күләмле китабы 1917—1922 йылдарҙағы ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы тарихи күҙлектән тикшереүҙә беренсе төплө хеҙмәт була һәм тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылыуы менән әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Тарихсы-ғалим ғүмеренең һуңғы көндәренәсә фәнни тикшеренеүҙәрен туҡтатмай. Риф Рәимов 1953 йылдың 15 февралендә Мәскәүҙә вафат була, ҡаланың Лефортов районындағы Введен зыяратында ерләнгән.
 
Риф Рәимовтың тыуған районы үҙәге [[Ҡалтасы]] ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейенда арҙаҡлы ғалимгә арналған махсус мөйөш булдырылған.