Аҡһымдар — версиялар араһындағы айырма

6508 байт өҫтәлгән ,  3 года назад
Валинлы т-РНК-ның код триплеты — ЦАА (и-РНК-ла уға ГУУ триплеты комплементар. Шулай итеп, һәр т-РНК үҙенең аминокислотаһын "тейәй" һәм рибосомаға алып бара.
===Рибосомала полипептид сынйырҙың синтезы===
'''Матрицалы реакциялар''' — тере күҙәнәккә генә хас үҙенсәлек. Улар бөтә тереклектең фундаменталь үҙсәнлегенә — үҙҙәренә оҡшаштарҙы барлыҡҡа килтереү һәләтенә нигеҙ булып тора.
 
[[Нуклеотидтар]]ҙың эҙмә-эҙлелеге рәүешендә и-РНК-ға яҙылған аҡһым структураһы тураһында информация синтезланыусы [[Аҡһымдар|аҡһым]] молекулаһында аминокислоталарҙың эҙмә-эҙлекле урынлашыуын '''трансляция''' тип атайҙар (лат. «трансляцио» — күсереү).
 
Информацион РНК буйлап теҙелеп, бер иш аҡһым молекулаларын синтезлаусы рибосомалар йыйылмаһын полисома тип атайҙар. Беренсе рибосома и-РНК-ның еп һымаҡ молекулаһының һул яҡ осонан килеп инә һәм аҡһым синтезы башлана. Аҡһым молекулаһы йыйылыу барышында рибосома и-РНК буйлап үрмәләй.
 
Рибосоманың алға шыуыуы була, шул уҡ остан и-РНК-ға икенсе рибосома килеп инә, беренсеһе кеүек үк, синтезлай башлай һәм беренсе рибосома артынан алға хәрәкәт итә. Артабан и-РНК-ға өсөнсө, дүртенсе һ. б. рибосомалар килеп инә.
 
Улар бөтәһе лә бер үк эш башҡара: һәр береһе ошо и-РНК-ла алдан программаланған бер үк аҡһымды синтезлай. Рибосома и-РНК буйлап ни тиклем алға шыуған булһа, аҡһым молекулаһының шул тиклем ҙурыраҡ өлөшө «йыйылған» була. Рибосома и-РНК-ның икенсе осона килеп етеүгә синтез тамамлана.
 
Барлыҡҡа килгән аҡһым менән бергә рибосома и-РНК-нан төшөп ҡала. Артабан улар айырыла.
 
Рибосома яңынан теләһә ниндәй и-РНК-ға беркетелеп, теләһә ниндәй ы аҡһымды синтезларға һәләтле. Аҡһым молекулаһы эндоплазма селтәргә сыға һәм уның буйлап күҙәнәктең ошо аҡһымға мохтаж булған урынына йүнәлә.
 
Информацион РНК(и-РНК) молекулаһына бер үк ваҡытта һыйған рибосомалар һаны уның оҙонлоғона бәйле. Мәҫәлән, гемоглобин аҡһымы синтезын программалаған и-РНК молекулаһына биш рибосомаға тиклем һыя.
 
===Рибосоманың эш механизмы===
 
Трансляция барған рибосоманың ҙурлығы 6 нуклеотид оҙонлоғона, йәғни ике трилетҡа тигеҙ. Тимәк, рибосома и-РНК буйлап шыуғанда рибосоманың '''функциональ үҙәгендә (ФЦР)''' һәр саҡ бер үк ваҡытта нуклеотидтарҙың йәнәш 2 триплеты була.
 
'''ФЦР-ҙың функцияһы''': и-РНК-ның ике триплетына тРНК-лар килеп бәйләнгән мәлдә, улар тейәгән аминокислоталарҙы үҙ-ара пептид бәйләнеш аша бәйләү.
 
Рибосома и-РНК буйлап бер триплеттан икенсеһенә талғын ғына түгел, ә өҙөк-өҙөк, «аҙымлап» күсә.Бер аҙымы — бер триплет. Рибосома һикереп, киләһе триплетҡа күскәндә, алдағы триплет т-РНК-һы менән ФЦР-ҙан сығып китә һәм бер-береһенән ысҡына.
 
Бушаған урынға комплементарлыҡ принцибына ярашлы аминокислотаһы менән яңы т-РНК килеп тора. Рибосома ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа туҡтап ҡала.
 
Трансляция операцияһы 1/5—1/6 секундтан да күп ваҡыт алмай. Ә полипептид сынйыр бер быуынға оҙоная. Артабан күрше триплетҡа тағы бер «аҙым» эшләнелә һәм яңынан ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡталыш яһала. Бына шулай и-РНК буйлап осҡа хәтлем хәрәкәт дауам итә.
 
Билдәле бер аҡһымдың нисә молекулаһы кәрәк булһа, шунса һанда рибосамалар биосинтез башҡарып сыға. Ихтыяжға етерлек аҡһым синтезланыу менән, был процестың төп компоненты — и-РНК һәм был аҡһымды синтезлаусы система тарҡала.
 
'''''Рибосома'''''— күҙәнәктәге аҡһым синтезының «молекуляр автомат»ы тип аталған был иҫ китмәле органоид.
 
1950-се йылдар башында, аҡһым беренсе тапҡыр яһалма рәүештә синтезлана. Был — полипептид сынйыры бары тик 51 аминокислота ҡалдығынан торған инсулин була. Уны синтезлау өсөн 5000 операция үткәрергә тура килә.
 
Был эште 10 кеше өс йыл буйы саҡ башҡарып сыға. Шулай итеп, лаборатория шарттарында аҡһымды синтезлау ифрат ҙур көс, ваҡыт һәм күп сығымдар талап итә.
 
Ә тере күҙәнәктә 200—300 аминокислоталы быуындан торған аҡһымдың бер молекулаһын синтезлау бик тиҙ— 1—2 минут эсендә башҡарыла.
 
== Һылтанмалар ==
5663

үҙгәртеү