Ева Симонайтите: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Симонайтите, Ева" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:44, 25 март 2018 өлгөһө

Ева Симонайтита Эдмондовна (лит. Ieva Simonaitytė, 23 ғинуар 1897,  Ванагай ауылы, Көнсығыш Пруссия — 27 август 1978, Вильнюс) — литва яҙыусыһы, Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы.

Биография

Көнсығыш Пруссия (хәҙерге Литваның  Клайпеда районында ) Ваганай ауылында тауған. Бала сағы ауырыу һәм мохтажлыҡ менән үтә, шуға күрә мәктәптә уҡый алмай һәм үҙ алдына шөғөлләнә. 1912-1914 йылдарҙа  Аугенбург (Германия) шифаханалһында дауалана. Әйләнеп ҡайтҡас „Eglė“ литва йәмғиәтендә эшләй, „Tilžės keleivis“  гәзите һәм башҡа Ҡөнсығыш Пруссияның  (Кесе Литва) литва баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. 1921 йылда  Мемельдә (Клайпеда) йәшәй. Машинаисткалар һәм стенографистар курсын тамамлай. Литва консуллығында,  „Rytas“, редакцияһында корректор „Prūsų lietuvių balsas“ («Пруссияла Литва  тауышы») редакцияһында, һуңыраҡ сеймикта (депутаттар йыйылышында) машинастка һәм тәржемәсе булып эшләй. Уңышлы «Шимонис Яҙмышы» романынан һуң һәм 1936 йылда дәүләт пенсияһы тәғәйенләгәндән һуң  әҙәби эшкә тотона. Клайпеда ерҙәре Германияға ҡушылғас (1939 йылда) Каунасҡа ҡайта. Немец оккупацияһы йылдарында эҙәрлекләүҙәргә дусар була. 1963 йылда  Вильнюста йәшәй. Өс орден  (шул иҫәптән 1957 йылда Ленин ордены) менән бүләкләнә. Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ була 

Вильнюс ҡалаһының Антакальнис зыяратында ерләнгән. Ҡәберенә скульптор Данита Дануте-Варнаускена һәйкәл эшләгән. 1961-1978 йылдарҙа яҙыусы йәйге айҙарҙын үткәрелгән Прекуле  ҡалаһында (Клайпеданан 21 км көньяҡтараҡ), 1984 йылда  мемориаль музейы эшләй башлай.

Әҙәби эшмәкәрлеге

 
Почта маркаһы Латвия, 2013 йыл

1914 йылдан матбуғатта баҫыла, әммә  1935 йылға тиклем уның исеме яҙыусы булараҡ билдәле булмай. Уның хикәйә, повесть һәм романдарының төп темаһы — «летувнинок»тарҙың, йәғни литва һәм Көнсығыш Пруссияның Клайпед крайындағы литваларҙың көндәлек тормошо. Ошо темаға арналған « Шимонис яҙмышы» романы (1935, Литва дәүләт премияһы, 1936; урыҫсаға тәржемә 1966 йылда) уға киң танылыу килтерә. «Пикчюрнен» повесы (1953, урыҫсаға тәржемә «Буше һәм уның апалары», 1954) кулаклыҡтың асылын аса.  «Вилюс Каралюс» романы (1-2 өлөштәр, 1939-1956, Литва ССР-ының дәүләт премияһы, 1958; урыҫсаға тәржемә 1961 йылда) ХХ быуат башындаға литваларҙың тормошон киң тасуирлай һәм әлегә тиклем литва реалистик романының өлгөһө булып һанала. «Ә шулай булды ...» автобиграфик трилогияһы (1960, урыҫсаға тәржемә 1963 йылда), «Сит өйҙә» (1962, урыҫсаға тәржемә 1965 йылда), «Тамамланмаған китап» (1965, урыҫсаға тәржемә 1968 йылда)   XX быуат башынан  Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағына тиклем осорҙо үҙ эсенә ала. Трилогияға «Яҡын тарихы» (1968) романы ҡушыла. «Кунялистың һуңғы сәйәхәте» Литваны һуғыштан һуңғы йылдарҙа һүрәтләй  (1971, урыҫсаға тәржемә 1974 йылда). Дөйөм алғанда Ева Симонайти ижады темалар һәм әҙәби алымдар буйынса ғәҙәти күренеш. Әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән.

Әҫәрҙәре

Әҙәбиәт

Иҫкәрмә

Һылтанмалар