Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
347 юл:
* '''Аҡһым синтезлауҙа ҡатнашыусы ГТФ'''
* '''Цитоплазманың әүҙемләштереү факторҙары'''
===Транспорт РНК-һы===
 
һәр аминокислота рибосомаға махсус транспорт РНК-һы (т-РНК) оҙатыуында килеп эләгә. Тәбиғи аҡһымдарҙы төҙөүҙә 20 төрлө аминокислота ҡатнаша, тимәк, 20-нән дә кәм булмаған төрлө т-РНК бар.
 
Т-РНК сынйырының күп кенә урынында бер-береһенә комплементар 4—7 эҙмә-эҙлекле нуклеотид быуыны була. Был быуындарҙа комплементар нуклеотидтар араһындағы водородлы бәйләнештәр барлыҡҡа килә. һөҙөмтәлә формаһы менән клевер япрағына оҡшаған ҡатмарлы элмәкле структура барлыҡҡа килә.
 
Уның осонда генетик код буйынса айырым бер аминокислотаға тура килгән нуклеотидтар триплеты урынлашҡан. Ул код триплеты, йәғни '''антикадон''' тип атала. Ә «клевер япрағының» һап яғында аминокислотаны бәйләүсе быуын урынлашҡан.
 
Т-РНК-ның код триплетының нуклеотидтар составы и-РНК триплетының нуклеотидтар составына комплементар. Мәҫәлән, аланинлы т-РНК-ның код триплеты — ЦГА (и-РНК-ла уға ГЦУ триплеты комплементар).
 
Валинлы т-РНК-ның код триплеты — ЦАА (и-РНК-ла уға ГУУ триплеты комплементар. Шулай итеп, һәр т-РНК үҙенең аминокислотаһын "тейәй" һәм рибосомаға алып бара.
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһымдар» битенән алынған