Аҡһымдар — версиялар араһындағы айырма

885 байт өҫтәлгән ,  3 года назад
# '''Транскрипция '''— комплементарлыҡ принцибы нигеҙендә ДНК молекулаһындағы мәғлүмәтте и-РНК (мәғлүмәтле РНК) молекулаһына күсереү реакцияһы.
# '''Трансляция''' — [[Рибонуклеин кислотаһы (РНК)|РНК]] молекулаһындағы мәғлүмәт нигеҙендә аҡһым молекулаһын синтезлау реакцияһы. ДНК молекулаһындағы һөйләм һымаҡ яҙылған дүрт кодлы информацияны « егерме хәрефле» аҡһым кодына күсереү. Был « егерме хәрефле» аҡһым молекулаһы һәр аҡһым төрөнең үҙенә генә хас уникаль конфигурация — өсөнсөл структура яһап төрөлә.
=== Транскрипция ===
Аҡһым синтезы рибосомаларҙа бара, ә аҡһымдың структураһы тураһындағы мәғлүмәттәр ядрола урынлашҡан ДНК-ла шифрланған.
 
* '''Нисек һуң улар ядронан цитоплазмалағы рибосомаларға килә?'''
Информацияны тапшырыу и-РНК ярҙамында бара. Улар ДНК молекулаһының бер өлөшө  — ген— сынйырҙарының береһендә синтезлана һәм уның структураһың теүәл ҡабатлай.
 
* '''Гендағы нуклеотидтарҙың эҙмә-эҙлекле урынлашыуы һәм составы нисек итеп и-РНК-ға «күсереп яҙыла» һуң?'''
 
Ике спиралле ДНК молекулаһы комплементар принцип нигеҙендә төҙөлә. Был принцип и-РНК синтезында ла үҙ көсөндә ҡала. И-РНК-синтетаза ДНК-ың ике полинуклеоитид сынйырын айыра бара, артынса ДНК сынйырҙарының береһендәге нуклеотидтарҙың һәр береһе ҡаршыһына и-РНК-ның комплементар нуклеотиды килеп баҫа.
 
Тик РНК-ла азот нигеҙле '''Т(тимин)''' нуклеотиды урынына азот нигеҙле '''У(урацил)''' нуклеотиды ҡатнаша. Шулай итеп, Гднк'''Г'''днк ҡаршыһына  Црнк'''Ц'''рнк, Црнк'''Ц'''рнк ҡаршыһына  Грнк'''Г'''рнк, Тцнк'''Т'''цнк ҡаршыһына— Арнк'''А'''рнк, Аднк'''А'''днк ҡаршыһына Урнк'''У'''рнк килеп баҫа. һөҙөмтәлә и-РНК-ның барлыҡҡа килгән сынйыры икенсе сынйырҙың аныҡ күсермәһен тәшкил итә.
 
Ошо юл менән гендағы информаңия и-РНК-ға күсереп яҙыла. Был проңесс '''транскрипция''' тип атала (лат. «транскрипцио» — күсереп яҙыу).
 
Аҙаҡ и-РНК молекулалары фермент-транспортерҙар ярҙамында аҡһым синтезланған ергә, йәғни рибосомаларға, йүнәлә. Шунда уҡ цитоплазманан аҡһымдың төҙөлөш материалдары булған аминокислоталар үтеп инә. Күҙәнәк цитоплазмаһында һәр ваҡыт аҙыҡ аҡһымдарының тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән аминокислоталар була.
 
=== Аҡһым синтезлаусы система нимәләрҙән тора ===
5375

үҙгәртеү