Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
234 юл:
 
== Акһымдарҙың биосинтезы ==
 
=== Төп төшөнсәләр ===
* ДНК
* Матрица реакциялары
* Репликация
* Транскрипция
* Трансляция
* Ген
* Генетик код
* Триплет
* Кодон
* И-РНК
* Полисома
 
=== Аҡһым биосинтезының әһәмиәте ===
Юл 247 ⟶ 260:
# '''Транскрипция '''— ДНК молекулаһындағы мәғлүмәтте и-РНК (мәғлүмәтле РНК) молекулаһына күсереү реакцияһы.
# '''Трансляция''' — [[Рибонуклеин кислотаһы (РНК)|РНК]] молекулаһындағы мәғлүмәт нигеҙендә аҡһым молекулаһын синтезлау реакцияһы.
Тереклектең ғәжәйеп үҙенсәлектәренең береһе: уларҙың төҙөлөшөндәге һәм тереклегендәге оҡшашлыҡ һәм, шул уҡ ваҡытта, ғәйт күп төрлөлөкте булдырыусы айырмалар.
 
Хатта бер төр эсендә лә заттар морфологик, физиологик, биохимик үҙсәнлектәре, билдәләре буйынса айырыла. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, оҡшашлыҡ һәм айырмалар аҡһымдар составы менән билдәләнелә.
 
Систематика буйынса яҡыныраҡ торған организмдарҙа оҡшаш аҡһымдар күберәк була, һәм киреһенсә.
 
Шул уҡ ваҡытта, систематикала бик алыҫ торған организмдарҙа ла, бер үк функция үтәгән аҡһымдар бер төрлө йәки оҡшаш төҙөлөшлө була. Мәҫәлән, эттең һәм кешенең организмында инсулиндың төҙөлөшөндә айырма бик әҙ генә.
 
Әммә кешенең ҡан төркөмөн билдәләүсе аҡһымдар араһында айырма бик ҙур.
Юл 259 ⟶ 272:
Һәр организмдың үҙенсәлеге, уникаллеге нигеҙендә аҡһымдарҙың төрлөлөгө ята.
 
Эритроциттарҙағы (ҡандың диск формаһындағы ҡыҙыл тәнсәләре) гемоглобин (А) дүрт полипептид сынйырҙан (ике α-сынйыр һәм ике β-сынйыр) торған ҡатмарлы аҡһым булып тора. Төп функцияһы  — күҙәнәктәргә кислород ташыу.
 
Нәҫел анемияһы (серповидная анемия) менән сирләгән кешеләрҙә эритроциттар ярым ай формаһында була.
 
Сәбәбе: сирле кешеләрҙә гемоглобиндың беренсел структураһы боҙола.
Сир HBB генындағы мутацияға бәйләнгән:β-сынйырҙа 6-сы аминокислота − глутамин валин менән алмашына.
 
Был аномаль гемоглобин (S) кислородты ташыу функцияһын тейешле кимәлдә башҡара алмай. Шулай итеп, гемоглобиндағы 574 аминокислотының икә-һе генә алмашыныу ҙа, икенсел, өсөнсөл һәм дүртенсел структураһының боҙолоуына, нәҫел сиренә алып килә.
 
=== ДНК  — синтезы өсөн матрица ===
* '''Нисек итеп сәләмәт эритроциттарҙа миллионлаған гемоглобин молекулалары бер иш, аминокислота ҡалдыҡтарының теҙмәһе бер үк төрлө була ала һуң ул?'''
* '''Нисек итеп структураһы боҙолған эритроциттарҙағы гемоглобин молекулаларында бер үк урында бер иш хата ҡабатлана һуң ул?'''
 
Был нәк китап баҫтырғандағы кеүек. Тираж эсендә нисә экземпляр китап сығарылһа ла, улар бер үк матрицанан баҫылғас бер үк төрлө була. Әгәр матрицала хата китһә, ул бөтә китаптарҙа ла ҡабатлана.
Күҙәнәктәрҙә матрица ролен ДНК молекулалары үтәй. Унда структур аҡһымдарҙың төҙөлөшө тураһында ғына түгел, ә бөтә төр ([[фермент]]тар, [[Гормондар|гормонгормональ]]аль, сигнал һәм башҡа аҡһымдар тураһында ла мәғлүмәт ята.
 
=== ДНК коды ===
Синтезлана торған аҡһымдың структураһын билдәләүҙә ДНК төп роль уйнай.
 
ДНК-ның еп һымаҡ молекулаһында күҙәнәк аҡһымының беренсел структураһы тураһында мәғлүмәт һалынған. Билдәле бер аҡһымдың беренсел структураһы хаҡында мәғлүмәт биргән ДНК молекулаһының киҫеге '''ген''' тип атала. ДНК молекулаһында бер нисә йөҙ ген була.
 
Аҡһымдың беренсел структураһы нисек итеп ДНК-ла программаға һалынғанын аңлар өсөн Морзе азбукаһын миҫал итеп килтереп була.
 
Морзе азбукаһы буйынса әлифбалағы бөтә хәрефтәр, тыныш билдәләре, һандар, ҡыҫҡа (нөктә), оҙон (һыҙыҡ) сигналдарҙың комбинациялары менән билдәләнгән. Телеграф, радио аша хәбәр тапшырыу өсөн ҡулланылған шартлы тамғалар йыйылмаһы код йәки шифр тип атала. ''Морзе азбукаһы кодтың миҫалы булып тора.''
 
ДНК  — эҙмә-эҙ урынлашҡан нуклеотидтарҙан торған сынйыр, ә аҡһым  — эҙмә-эҙ урынлашҡан аминокислоталар сынйыры.
 
Морзе кодында һәр хәрефкә нөктә һәм һыҙыҡтарҙың билдәле бер йыйылмаһы тура килгән кеүек, ДНК кодында ла нуклеотидтарҙың билдәле бер тәртиптә урынлашыуы аҡһым молекулаһында билдәле бер аминокислоталарҙың шуға ярашлы урынлашыуын тәьмин итә.
 
Аҡһымдың беренсел структураһы тураһында ДНК молекулаһында яҙылған мәғлүмәтте аңлар өсөн, ДНК-ның кодын белергә кәрәк. Йәғни нуклеотидтарҙың ниндәй йыйылмаһы ниндәй аминокислотаға тура килеүен белергә кәрәк. Нуклеотидтар бөтәһе  — 4, ә аминокислоталар  — 20 төр. Тимәк, һәр аминокислотаға нуклеотидтарҙың бер нисә йыйылмаһы тура килә.
 
Әгәр икешәр нуклеотид теҙмәһе менән кодланһа, 16 ғына йыйылма булыр ине. Шуға ла, аҡһымдың һәр аминокислотаһы ДНК сынйырында эҙмә-эҙлекле урынлашҡан өс нуклеотидтың йыйылмаһы менән кодлана: 4 элементтан өсәрләп 64 төрлө йыйылма төҙөргә була. Был бөтә 20 аминокислотаны ла кодҡа һалыр өсөн артығы менән етә.
Юл 294 ⟶ 308:
Хәҙерге ваҡытта ДНК кодының шифрҙары тулыһынса асылған. һәр аминокислота өсөн өс нуклеотидтан торған '''триплеттарҙың''' составы аныҡ билдәләнгән.
 
ДНК кодында күп осраҡта бер үк аминокислота берәү генә түгел, ә бер нисә  — ике, дүрт, хатта алты триплет менән кодҡа һалынған. Кодтың бындай үҙсәнлеге нәҫел информацияһын һаҡлау һәм тапшырыуҙың ышаныслылығын арттырыу өсөн әһәмиәтле тигән фекер бар.
 
64 триплет араһында өс  — УАА, УАГ һәм УГА— аминокислоталарҙы кодҡа һалмай ( '''терминаль, йәки стоп-кодондар'''). Был триплеттар— полипептид сынйыр синтезының бөтөүе тураһында сигнал.
 
Бындай триплеттарҙың кәрәклеге шунда: йыш ҡына и-РНК-ла бер нисә полипептид сынйыр синтезлана. Бына шуларҙы бер-береһенән айырыу өсөн күрһәтелгән триплеттар файҙаланыла ла инде.
 
=== Күҙәнәктә информация ағымы ===
Информация (мәғлүмәт) ағымы башында ДНК молекулаһы тора. Ундағы информация һөйләм һымаҡ юл менән яҙылған. Информация ағымының кульминацияһы булып аҡһым молекулаһының синтезланыуы тора.
Шулай итеп, ағымы һөҙөмтәһендә ДНК молекулаһындағы информация (мәғлүмәт) аҡһым молекулаһына күсерелә.
===Информация ағымы этаптары===
 
=== Информация ағымы этаптары ===
# '''Транскрипция '''— комплементарлыҡ принцибы нигеҙендә ДНК молекулаһындағы мәғлүмәтте и-РНК (мәғлүмәтле РНК) молекулаһына күсереү реакцияһы.
# '''Трансляция''' — [[Рибонуклеин кислотаһы (РНК)|РНК]] молекулаһындағы мәғлүмәт нигеҙендә аҡһым молекулаһын синтезлау реакцияһы. ДНК молекулаһындағы һөйләм һымаҡ яҙылған дүрт кодлы информацияны « егерме хәрефле» аҡһым кодына күсереү. Был « егерме хәрефле» аҡһым молекулаһы һәр аҡһым төрөнең үҙенә генә хас уникаль конфигурация — өсөнсөл структура яһап төрөлә.
 
=== Аҡһым синтезлаусы система нимәләрҙән тора ===
* Мәғлүмәтле РНК (и-РНК, йәғни мРНК) —системаның төп компоненты;
* Аҡһым мономерҙары булып торған 20 төр аминакислота;
* Аминокислоталарҙы аҡһым синтезлана торған урынға ташыусы транспорт — кәмендә 20 төр тРНК; улар и-РНК-ғы триплетлы код менән аҡһымдағы (полипептид) аминокислоталар эҙмә-эҙлелеген араһында бәйләүсе звено.
* Ферменттар — кәмендә егерме төр аминоацил-тРНК-синтетаза;ферменттың һәр төрө үҙенә тәғәйен тРНК молекулаһын һәм үҙенә генә тәғәйен аминокслотаны танырға, табырға, үҙенә бәйләргә тейеш;
* рибосомалар төркөмө (4-12 рибосоманан торған төркөм полисома тип атала, йәғни улар бергәләп бер и-РНК молекулаһында теҙелеп, бер үк төр аҡһым молекулаһын йыя)
АТФ- һәм АМФ- әүҙемләштереүсе ферменттар системаһы
* Аҡһым синтезлауҙа ҡатнашыусы ГТФ
* Цитоплазманың әүҙемләштереү факторҙары
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһымдар» битенән алынған