Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
245 юл:
Бының нигеҙендә ДНК молекулаһының фундаменталь үҙсәнлектәре ята. Ул үҙсәнлектәрҙе матрица реакциялары тип атайҙар:
# '''Репликация''' — ДНК молекулаһының үҙ копияһын (күсермәһен) эшләү реакцияһы, икеләтелә алыу һәләтлеге.
# '''Транскрипция  '''— ДНК молекулаһындағы мәғлүмәтте и-РНК (мәғлүмәтле РНК) молекулаһына күсереү реакцияһы.
# '''Трансляция''' — РНК молекулаһындағы мәғлүмәт нигеҙендә аҡһым молекулаһын синтезлау реакцияһы.
Тереклектең ғәжәйеп үҙенсәлектәренең береһе: уларҙың төҙөлөшөндәге һәм тереклегендәге оҡшашлыҡ һәм, шул уҡ ваҡытта, ғәйт күп төрлөлөкте булдырыусы айырмалар.
 
Хатта бер төр эсендә лә заттар морфологик, физиологик, биохимик үҙсәнлектәре, билдәләре буйынса айырыла. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, оҡшашлыҡ һәм айырмалар аҡһымдар составы менән билдәләнелә.
 
Систематика буйынса яҡыныраҡ торған организмдарҙа оҡшаш аҡһымдар күберәк була, һәм киреһенсә.
 
Шул уҡ ваҡытта, систематикала бик алыҫ торған организмдарҙа ла, бер үк функция үтәгән аҡһымдар бер төрлө йәки оҡшаш төҙөлөшлө була. Мәҫәлән, эттең һәм кешенең организмында инсулиндың төҙөлөшөндә айырма бик әҙ генә.
 
Әммә кешенең ҡан төркөмөн билдәләүсе аҡһымдар араһында айырма бик ҙур.
 
Һәр организмдың үҙенсәлеге, уникаллеге нигеҙендә аҡһымдарҙың төрлөлөгө ята
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһымдар» битенән алынған