Довлатов Сергей Донатович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл:
[[1978 йыл|1978]] йылдың август айында Довлатов властарҙың эҙәрлекләүҙәре арҡаһында  СССР-ҙан эмиграциялана һәм   Нью-Йорктың Форест-Хилс районында урынлаша, бында ул «Яңы американлы» аҙна гәзитенең баш мөхәррире була.   Редколлегияһының ағзалары булып  Борис Меттер, Александр Генис, Петр Вайль, балет һәм театр фотографы Нина Аловерт, шағир Григорий Рыскин һ.б. була.  Гәзит эмигрант даирәһендә тиҙ арала популярлыҡ яулай. Бер-бер артлы прозаһының китаптары сыға. 1980 йылдарҙың уртаһына  Довлатов ҙур уңышҡа өлгәшә, әҫәрҙәрен абруйлы «Partisan Review» һәм «The New Yorker» журналдарында баҫтырып сығара. 
 
Ун ике йыл эмиграцияла АҠШ-та һәм Европала ун ике китап сығара. Тәүге әҫәрҙәрен  матбуғатҡа әҙерләп, уларҙы кире күсерә<ref>''А. Арьев''. Наша маленькая жизнь // Сергей Довлатов. Собрание прозы в 3 томах. Т. 1. — СПб.: Лимбус-пресс, 1993.</ref>, ә васыятында СССР-ҙа яҙылған китатарын  баҫтырып сығарыуға булған тыйыуын аңлата<ref>А. Арьев. Библиографическая справка // С. Довлатов. Собрание сочинений в 4 томах. Т. 1. — М.: Азбука, 1999.</ref>. СССР-ҙа яҙыусыны самоиздатүҙнәшер һәм  [[Азатлыҡ радиоһы|«Азатлыҡ» радиоһынан]] автор тапшырыуҙары аша ғына беләләр. 
 
Сергей Довлатов 1990 йылдың 24 авгусында Нью-Йоркта 48 йәшендә  йөрәк ауырыуынан вафат була. Нью-йорктың  Куинс районында йәһүдтәрҙең «Маунт-Хеброн» зыяратында ерләнә<ref>[http://www.svobodanews.ru/content/article/388339.html Довлатов и окрестности. «Смерть и другие заботы»], А. Генис на [//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D0%B0%D0%B4%D0%B8%D0%BE_%C2%AB%D0%A1%D0%B2%D0%BE%D0%B1%D0%BE%D0%B4%D0%B0%C2%BB Радио «Свобода»], 18 апреля 2007 </ref>.