Ген: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
29 юл:
 
Һәр ген эсендә уның эшмәкәрлеген көйләүсе өлөше: промоторҙар була.
Улар аҡһым йәки [[Рибонуклеин кислотаһы (РНК)|РНК]] молекулаһы кодланған өлөше эргәһендә, йәиһә унан алыҫ та урынлашырға мөмкиндәр(комплетарлыҡ, эпистаз, полимерия). Шулай итеп, ген кодлаусы өлөштән генә тормай. Уның эшмәкәрлеген көйләүсе механизмды ла эсенә ала.
 
Башлап ген төшөнсәһе нәҫел мәғлүмәтен тапшыра торған берәмек булараҡ ҡабул ителһә лә, бәхәстәр күп була. Күпселек ғалимдар мәғлүмәт базаһы булып аҡһым молекулалары ғына тора ала тип һанай. Сөнки, аминокислоталар (20) нуклеотидтарға[[нуклеотидтар]]ға (4) ҡарағанда күберәк. Шуға ла, [[ДНК]] — ға ҡарағанда аҡһымдарҙың[[аҡһымдар]]ҙың варианты күберәк бирә тигән фекерҙәр була.
Аҙаҡ эксперименталь юл менән тик ДНК ғына нәҫел мәғлүмәтенә эйә булыуы иҫбат ителә, һәм был молекуляр биологияның төп хәҡиҡәте булып китә.
37 юл:
Гендар эсендә осраҡлы рәүештә йәки махсус тәьҫир һөҙөмтәһендә нуклеотидтар эҙмәлелеге үҙгәрергә мөмкин. Был мутация тип атала. Мутация һөҙөмтәһендә нуклеотидтар теҙмәһе үҙгәреү аминокислоталар теҙмәһен үҙгәртеп, аҡһымдың биологик үҙсәнлектәрен боҙа. Аҡһым һәм РНК -ның үҙгәреүе организмдың айырым өлөшендә йәки дөйөм организмда тайпылыштарға алып килә.
 
Ҡайһы бер мутациялар сир булып патологияға йәки яралғы дәүерендә үк [[организм]] өсөн үлемесле эҙемтәләргә килтерә . Бәхеткә, бөтә мутациялар ҙа аҡһым төҙөлөшен боҙмай һәм организмға хәүеф янамай. Сөнки, генетик кодтың бының өсөн айырым һаҡлағыс үҙенсәлеге(вырожденность) бар.
ДНК ике сылбырҙан торған молекула. Һәр сылбыры мономерҙарҙан — ҡатмарлы органик берләшмәләрҙән барлыҡҡа килгән теҙмә булып тора.
 
Мономерҙар дүрт төрлө. Бөтәһе лә фосфат төркөме, [[Углеводтар|углевод]] — дезоксирибоза һәм [[Азотлы нигеҙҙәр|азотлы нигеҙҙәннигеҙ]]ҙән тора. Бер-береһенән азотлы нигеҙҙең төрөнә ҡарап ҡына айырылалар: аденин (А), тимин (Т), цитозин (Ц), гуанин (Г).
 
Был матдәләр [[нуклеотидтар]] тип атала. Улар төҙөгән полимер дезоксирибонуклеин кислотаһы (ДНК) -ың исеме дезоксирибоза һәм фосфор кислотаһы ҡалдығы исеменән алынған.
 
== Гендың үҙсәнлектәре==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ген» битенән алынған