Леонардо да Винчи — версиялар араһындағы айырма

 
== Ҡаҙаныштары ==
Хәҙерге заман кешеләренә Леонардо рәссам булараҡ билдәле. Бынан тыш уның скульптор була алыуын да иҫәптән сығарырға ярамай. Да Винчи үҙен инженер һәм ғалим тип һанай. Һынлы сәнғәткә ул бик аҙ ваҡытын бүлә һәм бик әкрен эшләй. Шуға күрә уның һынлы сәнғәттә мираҫы бик күп түгел, күп эштәре юғалған йәки боҙолған. Әммә уның донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшө, Италияның Яңырыу дәүерендә донъяға биргән генийҙар когортаһы фонында ла бик мөһим булып ҡала . Уның хеҙмәттәре аша һынлы сәнғәт яңы үҫеш ала. Леонардонан алда килгән Ренессанс рәссамдары урта быуаттар сәнғәтендәге ҡайһы бер шарттарҙан баш тарта. Был реализмға ынтылыш була, перспектива, анатомия, композицияла бик күп алымдар үҙләштерелгән була<ref>{{cite web|date=26 марта 2009|url=http://lenta.ru/news/2009/03/26/davinci/|title=Искусствоведы нашли единственную скульптуру Леонардо|publisher=[[Lenta.ru]]|accessdate=2010-08-13|archiveurl=http://www.webcitation.org/61ABHDUER|archivedate=2011-08-24}}</ref>.
 
Леонардо үҙен музыкант тип иҫәпләй, ул лирала виртуоздарса уйнаған. Милан суды уның эшен ҡарағанда Леонардоны рәссам да, уйлап табыусы ла тимәй, тап музыкант тип атағандәр.
 
11 687

үҙгәртеү