Мао Цзэдун: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
Мао Цзэдун йәш сағында уҡ Ҡытай Коммунистар партияһына (ҠПК) инә, 1930 йылдарҙа Цзянси провинцияһында коммунистар ҡулындағы районда етәксе була. Ҡытай өсөн айырым коммунистик идеология зарур тигән ҡарашта була. 1934-1936 йылдарҙағы коммунистар Үҙәк Ҡытайҙан үҙҙәре өсөн хәефһеҙерәк булған төнъяҡ районға гоминьдан армияһы ҡамауынан сыға. Ошо тарихҡа "Бөйөк поход" атамаһы менән инеп ҡалған ваҡиғанан һуң, Мао Цзэдун Ҡытай коммунистик партияһында етәксе урын алыуға ирешә.
 
Генералиссимус Чан Кайши ғәскәрен уңышлы еңгәндән һуң ([[СССР]] яғынан хәрби, материаль консультатив яҡтан хәл иткес ярҙам була) , 1949 йылдың 1 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килеүе тураһында иғлан ителгәндән алып, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (09.09.1976) ил етәксеһе була.
 
1943 йылдан үлгәнсе Ҡытай компартияһы рәйесе, шулай уҡ 1954 — 1959 йылдарҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһы рейесе вазифаһын башҡара. Бер нисә яңғырыуыҡлы компания үткәрә. Шуларҙың иң билдәлеһе - күп миллион кеше ғумерен өҙгән «Ҙур күтәрелеш» һәм «Мәҙәни революция» (1966—1976).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мао_Цзэдун» битенән алынған