Рембрандт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
79 юл:
Рембрандтың Италия рәссамдары менән тығыҙ бәйләнештә булыуын ул төшөргән портреттар ғына түгел, мифик һәм Библия темаларына эшләнгән күп фигуралы картиналар ҙа күрһәтә. Уның был эштәре рәссамдың тышҡы эффектарға иғтибарлы булыуын сағылдыра, бындай алымдар Италия оҫталарының эштәренә хас була.
 
Билдәле «[[Даная (картина Рембрандта)|Даная»]] (1636/1643) картинаһы нурҙарға ҡойонған<ref name="euroart2euroart" />. [[Похищение Европы (картина Рембрандта)|«Европаны урлау»]] [[Похищение Европы (картина Рембрандта)|(«Похищение Европы»)]] (1632) һәм
 
«[[Похищение Европы (картина Рембрандта)|Ганимедты урлау»]] («[[:Файл:Rembrandt - Ganymede.jpg|Похищение Ганимеда»)]] (1635) — шулай уҡ Италия сәнғәтенең башҡа ғәҙәти сюжеттары ла — Рембрандт тарафынан, беренсе осраҡта, голланд пейзаждарын индереү юлы менән, икенсеһендә легендар сибәр егеткә сабый баланың ҡото осҡан йөҙөн биреп ирониялы һүрәтләү юлы менән үҙгәртелә<ref name="Britannica2Britannica" />.
 
1642 йылда Рембрандт Уҡсылар йәмәғәтенең бинаһы өсөн Амстердам мушкетерҙарының алты төркөмлө портреттарының береһен эшләүгә заказ ала, ҡалған ике заказ уҡыусыларына эләгә. Дүрт метрлы был картинаны яҙғанда( иң ҙур масштаблы әҫәрҙәренең береһе) Рембрандт голланд портрет сәнғәте ҡанундарын инҡар итеп, ике йөҙ йылдан һуң буласаҡ 20 быуат реализм һәм импрессионизм алымдарын ижад итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рембрандт» битенән алынған