Рембрандт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
39 юл:
 
=== Ластман менән и караваджистар йоғонтоһо ===
Ластмандың төрөлө төҫлө, сыбар һәм ваҡ әйберҙәргә күп иғтибар бүлергә яратыуының<ref name="БСЭ"/> йәш рәссамға көслө йоғонто яһағаны уның тәүге картиналарында асыҡ күренә («Изге Стефанды таш менән бәргәләп язалайҙар»- «Побиение камнями св. Стефана» (1629), «Боронғо тарихтан бер күренеш» — «Сцена из древней истории» (1626) һәм « Алашарҙы суҡындырыу» — «Крещение евнуха» (1626))<ref name="Britannica"/>. Оҫтарғас яҙған эштәре менән сағыштырғанда, улар сағыу, төрлө төҫлө буяуҙар ҡулланып, һәр бер әйберҙе ентекләп яҙып эшләнгән<ref name="euroart"/>, Библияла яҙылған тарихтың ғәжәйеп шарттарҙа булғанын күрһәтергә тырышып яҙылған<ref name="Britannica"/>. Бөтә геройҙар ҙа тиерлек сәйер көнсығыш кейемендә , алтын-көмөш, аҫыл таш биҙәүестәрҙә күрһәтелә, был күтәренке кәйеф, тантана, байрам төҫө бирә(«Аллегория музыки», 1626; «Давид перед Саулом», 1627). [[Файл:Rembrandt Christ in the Storm on the Lake of Galilee.jpg|thumb|200px|«Христос во время шторма на море Галилейском»]] (1633). Рембрандттың берҙән бер диңгеҙле картинаһы 1990 йылда Изабелла Гарднер музейынан урланған һәм әле булһа табылмаған.
 
Был осорҙағы һуңғы картиналары («Товит һәм Анна», «Валаам (күрәҙәсе) һәм уның ишәге») рәссамдың бай фантазияһы тураһында ғына түгел, ә геройҙарҙың ауыр уй-кисерештәрен тамашасыға еткрергә тырышып яҙғанын һөйләй. Башҡа [[барокко]] осоро оҫталары кеүек үк, Рембрандт уй-кисерештәрҙе күрһәтеүҙә аныҡ итеп башҡарылған яҡтылыҡ менән күләгәләрҙең әһәмиәтен аңлай башлай<ref name="Britannica"/>. Яҡтылыҡ менән эшләргә ул Утрехт караваджистарынан өйрәнә<ref name="Britannica"/>, ләкин күбеһенсә Италияла эшләгән немец рәссамы Адам Эльсхаймер эштәрен күҙ уңында тота<ref name="Britannica"/>. Рембрандтың караваджистарса яҙылған әҫәрҙәренән бигерәк тә « Аҡылһыҙ бай тураһында мәҫәл» — «Притча о неразумном богаче» (1627), «Симеон һәм Анна Ҡорамда» (1628), «Христос Эммауста (Никополь)» (1629) картиналарын атарға була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рембрандт» битенән алынған