Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
103 юл:
 
Шулай итеп, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттең күренекле эшмәкәренең ғүмере өҙөлә. 1959 йылдың мартында уның эше яңынан ҡарала, һәм Хәбибулла Ғәбитов үлгәндән һуң реабилитациялана [8, с. 20].
 
== Ижады ==
Билдәле шағир, тел белгесе, фольклорсы ғалим, драматург, Башҡортостанда матбуғат һәм мәғрифәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
 
1918 йылда «Тулҡын» йәштәр ойошмаһында «Башҡорт моңдары» («Башкирские мелодии») тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
 
1923 йылда «Урал йырҙары» исемле икенсе шиғырҙар йыйынтығын, ә 1924 йылда — бер исемле халыҡ йырына ҡоролған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһын баҫтырып сығара.
 
Пьеса Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә бер нисә тапҡыр ҡуйыла.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
«Башҡортостанды өйрәнеү буйынса йәмғиәт» ағзаһы була. 20-се йылдарҙа Ғәбитов Xәбибулла Башҡорт теле ғилемендә теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе эшкәртеүҙә ҡатнаша.
 
1926 йылда яңы башҡорт алфавиты буйынса Комитет менән етәкселек итә. Бер нисә хеҙмәте бар.
 
[[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы]] менән берлектә «Башҡортса яҙыу ҡоралы» («Правописание на башкирском языке», 1924) тигән ғилми хеҙмәт авторы булып тора.
«Башҡорт теленең морфологияһы» («Башҡорт теленең сарыфы» Х. Ғәбитов, Б. Хангилдин һәм Ғ. Вилданов менән авторҙаш, 1925), «Башҡорт теле методикаһы» (1924), «Башҡорт теленең грамматикаһы» (1925) хеҙмәттәренең авторҙашы.
 
Шулай уҡ, [[Ғәбделәхәт Фазлый улы Вилданов]] менән Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы «Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр» (1924) («Слова предков. Пословицы и поговорки на башкирском языке») фольклор йыйынтығын төҙөйҙәр.
 
Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы тарафынан йыйылған бик күп ҡобайырҙар «Башҡорт халыҡ ижадына инеп киткән».
 
== Сығанаҡ ==