Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Инйәр[[Инйәр using AWB
53 юл:
}}
'''Белорет районы''' ({{lang-ru|Белорецкий район}}) – [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район. Административ үҙәге – Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй.
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләп ятауылы төньяғынтан [[Силәбе өлкәһе]] менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Майҙаны буйынса (11501 км²). Белорет районы Башҡортостан Республикаһының көнсығышында диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан. Белорет районы [[Бөрйән районы|Бөрйән]], [[Ғафури районы|Ғафури]], [[Архангел районы|Архангел]], [[Учалы районы|Учалы]],[[Әбйәлил районы|Әбйәлил]] райондары, төньяҡтан Силәбе өлкәһе менән сикләшә.
 
Белорет – Башҡортостан Республикаһында иң ҙур район, уның майҙаны 11,3 мең квадрат километрҙы тәшкил итә.
 
Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында – ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы – беҙҙең район территорияһында.
 
Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нары, Ҡумарҙаҡ, Ямантау тау һырттары.
 
Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙыляр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.
 
2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек – Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе – Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.
 
Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән. Район территорияһына Белорет ҡалаһы составындағы [[Ломовка (Башҡортостан)|Ломовка]], [[Тирлән]], [[Тоҡан (Башҡортостан)|Тоҡан]] ҡасабалары, шулай уҡ район хакимиәте ҡарамағындағы [[Инйәр (Башҡортостан)|Инйәр]], [[Үрге Әүжән]] ҡасабалары урынлашҡан.
84 юл:
Белорет районы Башкортостандың урманға иң бай төбәге. Урман бөтөн Майҙаны 82% биләп тора, үҙағас запасы — 139,6 млн. м3. Райондың иң ҡалҡыу үҙәк өлөшө күпселек көлһыу тупраҡта үҫкән ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Көнбайыштан уларға түбәндәрәк ятҡан киң япраҡлы урмандар, ә көнсығыштан ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ҡатыш урмандар бүлкәте килеп терәлә.
 
Республика тимер рудаһының төп запасы (Комарово—Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Белорет һ.б. һоро тимер ятҡылыҡтары төркөмө) ошо район территорияһында. Сәсмә алтын, магнезит, флюорит, хромит ятыштары табылған. Ҡомташ, кварцит, доломит, эзбизташ (Пугачев, Александровка) ятҡылыҡтары, цемент мергеле, утҡа сыҙамлы балсыҡ (Әхмәр, Безымянный), формовка ҡомо, охра, түбә ябыу һәүерташы ятыштары ла бар.Хлорид-натрий-кальций тибындағы Ассы минераль һыу сығанаҡтары барлығы билдәле. [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]], [[Йүрүҙән]], [[Инйәр (йылға)|[[Инйәр]], [[Нөгөш]], [[Еҙем]] йылғалары ошо район еренән ағып сыға. Йылға һыуының 1 га майҙаны иҫәбенә йыллыҡ ресурсы 3800 м3 етә.
 
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.