Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
== Биографияһы ==
 
Ғәбитов Хәбибулла Габделҡаһир улы — Башҡортостан автономияһы өсөн Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, [[Башҡорт үҙәк шураһыныңшураһы]]ның ағзаһы (1917 й.), шағир, телсе.
[[1886]] йылдың май айында [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Орск өйәҙе]] [[Әбделкәрим (Баймаҡ районы)|Әбделкәрим]] ауылында (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Баймаҡ районы]]) донъяға килә. Троицк ҡалаһының [[Рәсүлиә мәҙрәсәһе]]ндә, 1909—1912 йылдарҙа [[Өфө]]лә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.
 
[[«Ғәлиә» мәҙрәсәһе]]н тамамлағандан һуң Верхотурск, [[Иркутск]], [[Верхнеуральск]] ҡалаларында мәҙрәсәлә уҡыта. Был йылдарҙа шиғри ижад менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге әҫәрҙәре [[Ырымбур]]ҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға.
 
1917 йылдың май айында Ғәбитов Хәбибулла Мәскәүҙә[[Мәскәү]]ҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезында Башҡортостан милли хәрәкәтенең территориаль автономияһы өсөн ойошторолған эшендә ҡатнаша. Ғәбитов милли хәрәкәттең әүҙем ҡатнашыусыһы булып китә.
 
1917 йылдың май айында [[Башҡорт милли хәрәкәттеңхәрәкәте]]нең беренсе баҫма органы — «Башкорт» гәзитен баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнә. Ул 1917 йылдың 20 июлендә [[Башҡорт үҙәк шураһыныңшураһы]]ның органы булараҡ төҙөлә. Ырымбур ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке төрөк телендә сыға.
 
1917 йылдың август айында II бөтә башҡорт ҡоролтайында Ғәбитов Хәбибулла Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты составына инә. Декабрь айында бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында автономиялы Башҡортостандың Бәләкәй ҡоролтайына һайлана [3, с. 54, 87].
 
Ҡоролтайҙа [[Шәйехзада Бабич|Ш . Бабич]], Г. Иркәбаев, Н. Таһиров менән берлектә «Тулкын» башҡорт йәштәр берләшмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡарма комитет составына инә (14, 245 б.].
 
1918 йылдың ғинуар айында Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Тамъян- Ҡатай автономияларының идаралығын ойоштороу буйынса шөғөлләнә. 1918 йылдың февраль айында Ғ. Иҙелбаев һәм Ғ. Мәғәзов менән Ырымбурға ҡайтыу менән, [[Баймаҡ]]та урындағы большевиктар тарафынан ҡулға алына,
64 юл:
Улар араһында кешене йыртҡыстан айыра алыуға бер һәләтле кеше булманы. Бында эшсе-шахтерҙар ҙа бар ине, улар өйкөлөшөп баҫҡандар һәм миңә ҡарайҙар. Был картинаны күреп, мин кешелеклеккә һәм ғәҙеллеккә булған бөтә өмөтөмдө өҙҙөм''», — тип яҙа Х.Ғәбитов.
 
22 февралдә большевиктар суды ҡарары менән командирҙар, башҡорт отряды поручигы Иҙелбаевты һәм прапорщик Мәғәзовты аталар. Ғәбитов мыҫҡыллауҙарҙан һәм туҡмалыуҙарҙан һуң иреккә сығарыла. 1918 йылдың көҙөндә был Баймаҡтағы трагик ваҡиға тураһында ул «Башҡорт тауышы», «Баш¬ҡортостанБашҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзиттәре битендә ентекле һүрәтләй [4, с. 308—334].
 
1918 йылдың яҙынан алып Ғәбитов Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт бүлегендә эшләй, агитация мәсьәләләре менән шөғөлләнә. [4, с. 406,457]. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелеү менән, хөкүмәттең ырымбурЫрымбур хәрби бүлеге эшенә әүҙем ылығып китә. «Башкорт тауышы» гәзитен сығарыуҙы яйға һала.
 
1918 йылдың 7 авгусында рәсми орган булараҡ, урыҫ телендә сығарылған «Башкорт тауышы» гәзитендә автономиялы Башҡортостан халҡын Башҡортостан үҙәк хөкүмәтенең эше менән таныштырыу һәм уның күрһәтмәләрен аңлатыуға төп урын бирелә, тип хәбәр ителә. Бының менән бергә гәзит уҡыусыларҙы һуңғы сәйәси ваҡиғалар һәм хәрби хәбәрҙәр менән таныштырасаҡ. Ҡайһы бер сәбәптәр менән, "Башҡорт тауышы" гәзите аҙнаһына бер тапҡыр ғына сыҡҡанлыҡтан, һуңғы яңылыҡтар ҡыҫҡа, дөйөм һыҙатта хәбәр ителәсәк [5, с. 416, 420].
 
Башҡорт хөкүмәте Ырымбурға[[Ырымбур]]ға ҡайтҡандан һуң «Башҡорт тауышы» гәзитенең исеме алмаша. Башҡорт хөкүмәтенең яңы баҫма органы «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» тип атала башлай. Ғәбитов ижади эш менән дә шөғөлләнә: милли ғорурлыҡ һәм башҡорт халҡының яҡшы киләсәккә ышанысы менән һуғарылған шиғырҙар яҙа.
 
Бөтә был әҫәрҙәр 1918 йылдың «Тулкын» ойошмаһы баҫтырып сығарған «Башҡорт моңдары» шиғырҙар йыйынтығына инә. 1918 йылдың октябрь айында Башҡорт хәрби советы приказы менән Ғәбитов, ойошоп ятҡан 7-се Башҡорт уҡсылар полкының полк муллаһы тип тәғәйенләнә. Әммә аҡ командованиеһы яғынан финанслау туҡтатылғас, ноябрь айында 7-се полк таратыла.
76 юл:
Ошоноң менән бәйле хәрби советтың яңы приказы сыға: «7-се полкта мулла булып тәғәйенләнгән Хәбибулла Ғәбитов беренсе башҡорт полкының полк муллаһы вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнә, беренсе полкты аңлатҡан элекке мулла шул уҡ полктың ярҙамсыһы булып ҡала».
 
Ғәбитов 1919 йылдың февраленә тиклем [[1-се Башҡорт уҡсылар полкыныңполкы]]ның полк муллаһы булып хеҙмәт итә[3, с. 339]. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет Республикаһына күсеп сыҡҡас, Ғәбитов Башҡорт Совет Республикаһының Халыҡ комиссариатында хәрби эштәр буйынса эшләй.
 
Аҙаҡ Башҡорт республикаһының Халыҡ комитеты эске эштәренең мәғлүмәт-инструкторлыҡ идаралығында инструктор булып эшләй [2, д. 30, л. 41; 6, с. 150]. 1920 йылдың август айында Ғәбитов Хәбибулла [[Бөрйән-Түңгәүер Тәңгәүеркантоны|Бөрйән- Түңгәүер кантоныныңкантоны]]ның башҡарма комитеты ағзаһы булып һайлана [1, д. 132, л. 123; 7, с. 408, 410].
 
Артабан ул административ эштәрҙән ситләшә, ғилми һәм ижади эштәр менән шөғөлләнә башлай. «Башҡортостанды өйрәнеү буйынса йәмғиәт» ағзаһы була. 1923 йылда «Урал йырҙары» шиғырҙар йыйынтығын, ә 1924 йылда — бер исемле халыҡ йырына ҡоролған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһын баҫтырып сығара. Пьеса Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә бер нисә тапҡыр ҡуйыла.
86 юл:
30-сы йылдарҙа Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы «Көньяк Урал урманы» тресында эшләй. Был ваҡытта башҡорт милли хәрәкәт эшмәкәрҙәрен эҙәрлекләү һәм репрессиялау башлана. 1935 йылда уны милләтселектә ғәйепләп, ҡулға алалар һәм биш йылға иркенән мәхрүм итәләр. Язаны Магаданда үткәрә.
 
1938 йылда лагерҙа Ғәбитовҡа яңы эш ҡуҙғатыла. Уны контрреволюцион троцкистар агитацияһында ғәйепләйҙәр һәм 1938 йылдың 7 апрелендә "Дальстрой" буйынса НКВД Идаралығы менән ул атыуға хөкөм ителә. 14 апрелдә хөкөм ҡарары үтәлә.
 
Шулай итеп, Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттең күренекле эшмәкәренең ғүмере өҙөлә. 1959 йылдың мартында уның эше яңынан ҡарала, һәм Хәбибулла Ғәбитов үлгәндән һуң реабилитациялана [8, с. 20].
 
== Сығанаҡ ==