Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
{{Яҙыусы
 
40 юл:
{{фамилиялаш|Ғәбитов}}
 
'''Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы''' ([[5 май]] [[1886]]  — [[14 апрель]] [[1938]])  — [[Башҡорт милли хəрəкəте]] эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.
 
== Биографияһы ==
 
Ғәбитов Хәбибулла Габделҡаһир улы  — Башҡортостан автономияһы өсөн Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт үҙәк шураһының ағзаһы (1917 й.), шағир, телсе.
1886 йылдың май айында Ырымбур губернияһының Орск өйәҙе Әбделкәрим ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) донъяға килә. Троицк ҡалаһының «Рәсулиә» мәҙрәсәһендә, 1909—1912 йылдарҙа Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.
 
«Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Верхотурск, Иркутск, Верхнеуральск ҡалаларында мәҙрәсәлә уҡыта. Был йылдарҙа шиғри ижад менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге әҫәрҙәре Ырымбурҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға.
 
1917 й ылдың май айында Ғәбитов Хәбибулла Мәскәүҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезында Башҡортостан милли хәрәкәтенең территориаль автономияһы өсөн ойошторолған эшендә ҡатнаша. Ғәбитов милли хәрәкәттең әүҙем ҡатнашыусыһы булып китә.
 
1917 йылдың май айында Башҡорт милли хәрәкәттең беренсе баҫма органы   «Башкорт» гәзитен баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнә. Ул 1917 йылдың 20 июлендә Башҡорт үҙәк шураһының органы булараҡ төҙөлә. Ырымбур ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке төрөк телендә сыға.
 
1917 йылдың август айында II бөтә башҡорт ҡоролтайында Ғәбитов Хәбибулла Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты составына инә. Декабрь айында бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында автономиялы Башҡортостандың Бәләкәй ҡоролтайына һайлана [3, с. 54, 87].
 
Ҡоролтайҙа Ш . Бабич, Г. Иркәбаев, Н. Таһиров менән берлектә «Тулкын» башҡорт йәштәр берләшмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡарма комитет составына инә ( 14, 245 б.].
 
1918 йылдың ғинуар айында Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Тамъян- Ҡатай автономияларының идаралығын ойоштороу буйынса шөғөлләнә. 1918 йылдың февраль айында Ғ. Иҙелбаев һәм Ғ. Мәғәзов менән Ырымбурға ҡайтыу менән, Баймаҡта урындағы большевиктар тарафынан ҡулға алына,
һорауҙарға һәм туҡмалыуҙарға дусар була.
 
''«Суд эшселәр советы бинаһында, ҡулға алыу йортонан 20—30 сажин самаһында урынлашҡан ине. Ишектән сыҡҡан ыңғайына, мин бер һаҡсының төйҙә менән һуғыуына йығылып киттем. Ерҙән ҡалҡытып, башыма шапка кейҙергәндәренән һуң, бер нисә аҙым да яһап өлгөрмәнем, тағы бер һуғыу аяҡтан йыҡты. Был күренеш суд бинаһына барып еткәнсе ҡабатланды ... Аҙаҡ мине саҡырҙылар. Улар беҙҙән мыҫҡыл иттеләр, көлдөләр...көлдөләр… Зал уртаһындағы өҫтәл тирәләй 15 –ләп-ләп һалдат ултыра ине.
 
Улар араһында кешене йыртҡыстан айыра алыуға бер һәләтле кеше булманы. Бында эшсе-шахтерҙар ҙа бар ине, улар өйкөлөшөп баҫҡандар һәм миңә ҡарайҙар. Был картинаны күреп, мин кешелеклеккә һәм ғәҙеллеккә булған бөтә өмөтөмдө өҙҙөм''», - — тип яҙа Х.Ғәбитов.
 
22 февралдә большевиктар суды ҡарары менән командирҙар, башҡорт отряды поручигы Иҙелбаевты һәм прапорщик Мәғәзовты аталар. Ғәбитов мыҫҡыллауҙарҙан һәм туҡмалыуҙарҙан һуң иреккә сығарыла. 1918 йылдың көҙөндә был Баймаҡтағы трагик ваҡиға тураһында ул «Башҡорт тауышы», «Баш¬ҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзиттәре битендә ентекле һүрәтләй [4, с. 308—334].
 
1918 йылдың яҙынан алып Ғәбитов Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт бүлегендә эшләй, агитация мәсьәләләре менән шөғөлләнә. [4, с. 406,457]. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелеү менән, хөкүмәттең ырымбур хәрби бүлеге эшенә әүҙем ылығып китә. «Башкорт тауышы» гәзитен сығарыуҙы яйға һала.
 
1918 йылдың 7 авгусында рәсми орган булараҡ, урыҫ телендә сығарылған «Башкорт тауышы» гәзитендә автономиялы Башҡортостан халҡын Башҡортостан үҙәк хөкүмәтенең эше менән таныштырыу һәм уның күрһәтмәләрен аңлатыуға төп урын бирелә, тип хәбәр ителә. Бының менән бергә гәзит уҡыусыларҙы һуңғы сәйәси ваҡиғалар һәм хәрби хәбәрҙәр менән таныштырасаҡ. Ҡайһы бер сәбәптәр менән, Башҡорт тауышы»" гәзите аҙнаһына бер тапҡыр ғына сыҡҡанлыҡтан, һуңғы яңылыҡтар ҡыҫҡа, дөйөм һыҙатта хәбәр ителәсәк [5, с. 416, 420].
 
Башҡорт хөкүмәте Ырымбурға ҡайтҡандан һуң «Башҡорт тауышы» гәзитенең исеме алмаша. Башҡорт хөкүмәтенең яңы баҫма органы «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» тип атала башлай. Ғәбитов ижади эш менән дә шөғөлләнә: милли ғорурлыҡ һәм башҡорт халҡының яҡшы киләсәккә ышанысы менән һуғарылған шиғырҙар яҙа.
 
Бөтә был әҫәрҙәр 1918 йылдың «Тулкын» ойошмаһы баҫтырып сығарған «Башҡорт моңдары» шиғырҙар йыйынтығына инә. 1918 йылдың октябрь айында Башҡорт хәрби советы приказы менән Ғәбитов, ойошоп ятҡан 7- Башҡорт уҡсылар полкының полк муллаһы тип тәғәйенләнә. Әммә аҡ командованиеһы яғынан финанслау туҡтатылғас, ноябрь айында 7-се полк таратыла.
 
Ошоноң менән бәйле хәрби советтың яңы приказы сыға: «7-се полкта мулла булып тәғәйенләнгән Хәбибулла Ғәбитов беренсе башҡорт полкының полк муллаһы вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнә, беренсе полкты аңлатҡан элекке мулла шул уҡ полктың ярҙамсыһы булып ҡала».
 
Ғәбитов 1919 йылдың февраленә тиклем 1-се Башҡорт уҡсылар полкының полк муллаһы булып хеҙмәт итә[3, с. 339]. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет Республикаһына күсеп сыҡҡас, Ғәбитов Башҡорт Совет Республикаһының Халыҡ комиссариатында хәрби эштәр буйынса эшләй.
 
Аҙаҡ Башҡорт республикаһының Халыҡ комитеты эске эштәренең мәғлүмәт-инструкторлыҡ идаралығында инструктор булып эшләй [2, д. 30, л. 41; 6, с. 150]. 1920 йылдың август айында Ғәбитов Хәбибулла Бөрйән- Тәңгәүер кантонының башҡарма комитеты ағзаһы булып һайлана [1, д. 132, л. 123; 7, с. 408, 410].
 
Артабан ул административ эштәрҙән ситләшә, ғилми һәм ижади эштәр менән шөғөлләнә башлай. «Башҡортостанды өйрәнеү буйынса йәмғиәт» ағзаһы була. 1923 йылда «Урал йырҙары» шиғырҙар йыйынтығын, ә 1924 йылда - — бер исемле халыҡ йырына ҡоролған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһын баҫтырып сығара. Пьеса Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә бер нисә тапҡыр ҡуйыла.
 
20-се йылдарҙа Ғәбитов Xәбибулла Башҡорт теле ғилемендә теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе эшкәртеүҙә ҡатнаша. 1926 йылда яңы башҡорт алфавиты буйынса Комитет менән етәкселек итә. Бер нисә хеҙмәте бар.
 
30-сы йылдарҙа Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы «Көньяк Урал урманы» тресында эшләй. Был ваҡытта башҡорт милли хәрәкәт эшмәкәрҙәрен эҙәрлекләү һәм репрессиялау башлана. 1935 йылда уны милләтселектә ғәйепләп, ҡулға алалар һәм биш йылға иркенән мәхрүм итәләр. Язаны Магаданда үткәрә.
1938 йылда лагерҙа Ғәбитовҡа яңы эш ҡуҙғатыла. Уны контрреволюцион троцкистар агитацияһында ғәйепләйҙәр һәм 1938 йылдың 7 апрелендә Дальстрой»" буйынса Н КВД Идаралығы менән ул атыуға хөкөм ителә. 14 апрелдә хөкөм ҡарары үтәлә. Шулай итеп Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәттең күренекле эшмәкәренең ғүмере өҙөлә. 1959 йылдың мартында уның эше яңынан ҡарала, һәм Хәбибулла Ғәбитов үлгәндән һуң реабилитациялана [8, с. 20].
 
== Сығанаҡ ==
 
* Азат Ярмуллин. У истоков Башкирской Республики. Изд-во «Китап», Уфа-2017, стр. 59-60
 
== Әҙәбиәт ==
 
# Н А РБ. Ф. 1107. Оп. 1.Д. 132. Л. 123
# Там же. Д. 30. Л. 41.
# А.  А.  Валидов  — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в Рос¬ сии (1917—1920): сб. док. и материалов (Упр. по делам арх. при Правительстве Респ. Баш¬ кортостан, Центр, гос. ист. арх. Респ. Башкортостан, Центр этнол. исслед. УНЦ РАН; [сост.: Н.  М.  Хисматуллина и др.]. Ч. 1. Уфа, 2005. С. 54, 87, 117, 118, 339. 4.
# Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925  гг.). Документы и материалы: В 4 т. / Авт.-сост. Б. X. Юлдашбаев. Т. 1. Уфа, 2002. С. 245, 308—334, 406, 457.
# Там же. Т. 2. Ч. 1. Уфа, 2002. С. 416, 420.
# Там же. Т. 2. Ч. 2. Уфа, 2003. С. 150.
# Там же. Т. 4. Ч. 1. Уфа, 2008. С. 408, 410.
# Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 2. Уфа, 1999. С. 2о