Маргарет Шведская: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Маргарет Дезире Виктория, миссис Амблер''' ({{lang-sv|Prinsessan Margaretha Désirée Victoria Ambler}}, род. 31 октябрь, 1934, Дворец Хага һарайы, Сольна, [[Стокгольм]])  — швед принцессаһы, принц  Густав, герцог Вестерботтенский һәм принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готскаяның  оло ҡыҙы. Король Карл XVI Густавтың дүрт апаһының береһе.
 
== Биографияһы ==
[[Файл:Haga_slott_2008b.jpg|слева|мини|200x200пкс|Дворец Хага  — парадный фасад.]]
Принцесса Маргарет Дезире Виктория Шведская 1934 йылдың 31 октябрендә тыуа, принц  Густав, герцог Вестерботтенский  һәм принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готская ғаиләһендә тәүге бала була.  Ғаиләлә бөтәһе биш бала тыуа: Маргарет (тыуғ. 1934), [[Биргитта Шведская (принцесса)|Биргитта]] (тыуғ. 1937), [[Швед Дезире|Дезире]] (тыуғ. 1938), [[Кристина (Швеция принцессаһы)|Кристина]] (тыуғ. 1943) һәм оҙаҡ көтөп алынған вариҫ принц  Карл (тыуғ. 1946)  — 1973 йылдан Швеция короле. Бөтә принцессалар ҙа Хага Һарайында тыуа, һәм бала саҡтан уларҙы ''Хага принцессалары''  тип атайҙар. Маргарет ғаиләлә өлкән бала булыуға ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да швед тәхете вариҫы тип иҫәпләнелмәй, сөнки ул ваҡыттағы Конституция таж вариҫы булыу исемлегенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы индермәй. 
 
Принцесса белемде Хага һарайында шәхси уҡытыусыларҙан ала, артабан Стокгольм теген мәктәбендә һәм Марта мәктәбендә уҡый. Принцессаға белем биреү менән уның инәһе  Дания королеваһы  [[Ингрид Шведская (Швеция принцессаһы Ингрид)|Ингрид]]  шәхсән шөғөлләнә.<ref name="autogenerated1">[http://joberg.blogg.se/2008/april/prinsessan-margaretha-fru-ambler.html Johannes kungliga porträttblogg]</ref>.
 
Атаһы буйынса Дания королеваһы  Маргрет II-нең ике туған һеңлеһе була.
 
1947 йылда олатаһы һәм ҡарт олатаһы иҫән саҡта Маргареттың атаһы авиация һәләкәтендә һәләк була. Уның вафатынан һуң 1950 йылда бөтә ғаилә Стокгольмдәге Король һарайына күсенә. Уҡытыусылар Маргареттең музыкаль һәләткә эйә булыуы хаҡында әйтәләр.
 
1958 йылдың башында ул пианист ''Роберт Дургас-Хьюмды''  осрата.  Улар араһында мөхәббәт ялҡыны тоҡана, хатта йәрәшеүҙәре тураһында иғлан итергә лә йыйыналар.  Әммә король ғаиләһе баҫымы аҫтында туй булмай. Һуңыраҡ Робин инглиз принцессаһы  Елизавета II-нең һеңлеһе Маргаретҡа ла ғашиҡ була. 1968 йылда Робин үҙ-үҙенә ҡул һала.
[[Файл:MargarethaSwedenBride.JPG|справа|мини|276x276пкс|Маргарет в день своей свадьбы.]]
1963 йылда принцесса икенсе бер инглизде  ''Джон Амблерҙы''  осрата. 1964 йылдың февралендә улар никахлаша. Шул уҡ йылдың 30 июнендә  Эланд  утрауында улар өйләнешә. Был туй шәхси сара булып иҫәпләнә, һәм ҡоласы буйынса   [[Стокгольм|Стокгольмда]]да<ref>[http://joberg.blogg.se/2008/april/prinsessan-margaretha-fru-ambler.html Принцесса Маргарет, миссис Амблер]</ref>  кейәүгә сыҡҡан  һеңлеләренең туйҙарынан күпкә ҡайтыш була.  Туйҙан һуң принцесса  Маргарет ''«Уның Ғәли Йәнәптәре»''  тигән титулын юғалта һәм «''Принцесса Маргарет, миссис Амблер» булараҡ таныла.  ''Швеция короле һәм королеваһы туйға элек Маргареттың өләсәһе, Британия принцессаһы [[Маргарита Коннаутская|Маргарита Коннаутска]]<nowiki/>яныҡы <ref>[http://www.myjane.ru/post/16161/ Тиары принцесс Хага]</ref>  булған бриллиант тиара-таж бүләк итә. Ғаиләлә өс бала тыуа, улар швед тәхетенә вариҫлыҡ хоҡуғына эйә булмай:
* '''Луиза Сибилла Амблер''' (тыуыуы - 1965)  — әсәһенең өләсәһе хөрмәтенә шул исемде йөрөтә, барон Хеннинг фон Динкледҡа (тыуыуы - — 1971) кейәүгә сыға, Мюнхенда йәшәйҙәр, балалары икәү. Ҡыҙҙары  Мадлен Кронпринцесса [[Виктория (Швеция кронпринцессаһы)|Виктория]]<nowiki/>ның туйында кәләш әхирәттәренең береһе була;
* '''Эдвард Карл Амблер''' (тыуыуы - 1966)  — Хелен Рросҡа өйләнә (тыуыуы - — 1969), ике бала була;
* '''Джеймс Патрик Амблер '''  (тыуыуы - 1967)  — Урсула Мери Шипаға өйләнә (тыуыуы - — 1965), балалары икәү.
1994 йылдан Маргарет һәм уның ире айырым йәшәй башлай<ref>[http://trondni.blogspot.com/2009/10/on-this-date-princess-margaretha-turns.html Trond Norén Isaksen: On this date: Princess Margaretha turns 75]</ref>, әммә бер ваҡытта ла айырылышмай<ref>[http://www.expressen.se/1.134216 Expressen] 16 September 2004</ref>. Джон Амблер 2008 йылдың 31 майында вафат була.
 
  Принцесса Лондондан алыҫ булмаған урында —Оксфордширҙа йәшәй. Йыл һайын Лондонда Швед Раштыуа баҙарын асыу  — принцесса үткәргән берҙән-бер сара. Принцесса швед короле ғаиләһе сараларында ҡатнаша. Ул 2010 йылда Кронпринцесса [[Виктория (Швеция кронпринцессаһы)|Виктория]]<nowiki/>ның туйында, шулай уҡ 2013 йылда принцесса [[Мәдлен, Швеция принцессаһы|Мадлен]]<nowiki/>дың туйында,  2014 йылда уның ҡыҙы принцесса Леонорҙы суҡындырғанда, 2017 йылда принц  Габриэлде  суҡындырғанда ла була.
 
== Шәжәрәһе ==
26 юл:
== Наградалары ==
[[Файл:Armes_des_Princesses_Brigitte,_Margaretha_et_Désirée_de_Suède.svg|справа|мини|230x230пкс|Герб принцессы Маргарет в 1934—1964.]]
* Дама Ордена Серафимов (Швеция)<ref>[http://www.noblesseetroyautes.com/nr01/2010/06/les-soeurs-du-roi-de-suede-au-mariage-de-leur-niece/ Noblesse et Royautés] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130921054610/http://www.noblesseetroyautes.com/nr01/2010/06/les-soeurs-du-roi-de-suede-au-mariage-de-leur-niece/|date=2013-09-21}}, King'sKing’s sisters attending Victoria'sVictoria’s wedding, 19/06/2010, [http://www.noblesseetroyautes.com/nr01/wp-content/uploads/2010/06/c1.jpg Group photo] {{webarchive|url=https://archive.is/20121210093008/www.noblesseetroyautes.com/nr01/wp-content/uploads/2010/06/c1.jpg|date=2012-12-10}}</ref>;
* Королевский семейный орден короля Карла XVI Густава (1973);
* Юбилейная медаль Его Величества короля Карла XVI Густава (30 апреля 1996);
32 юл:
 
== Һылтанмалар ==
* [http://geneall.net/de/name/48233/margaretha-prinzessin-von-schweden/ Профиль на Geneall.net] {{Ref-de}}(нем.)
* [http://www.thepeerage.com/p10317.htm#i103166 Профиль на Thepeerage.com] {{Ref-en}}(инг.)
* [http://www.myjane.ru/post/16161/ Тиары Принцесс Хага]
* [http://joberg.blogg.se/2008/april/prinsessan-margaretha-fru-ambler.html Биография принцессы Маргарет] {{Ref-en}}(инг.)
 
== Иҫкәрмәләр ==