Васильева Нина Петровна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Васильева Нина Петровна''' (12.03.[[1959]], [[БАССР]]‑ҙың [[Шишмә районы]] Шишмə ауылы)  — ультратауыш диагностикаһы табибы. Медицина фәндәре докторы ([[2005]]). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған табибы ([[1999]]), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның һаулыҡ һаҡлау отличнигы ([[2004]]).
 
== Биографияһы ==
Васильева Нина Петровна [[1959 йыл]]дың [[12 март|12 мартында]]ында [[БАССР]]‑ҙың [[Шишмә районы]]ның Шишмə ауылында тыуған.
1982 йылда [[Башҡорт дәүләт медицина институты]]н тамамлай. Шул осорҙан алып Республика балалар клиник дауаханаһында эшлəй, 1990 йылдан алып бүлек мөдире.
Мәскәү ҡалаһында үткән медицинала ультратауыш менән диагностикалау белгестәре Рәсәй Ассоциацияһы съезында, медицинала һәм биологияла ультратауыш менән диагностикалау белгестәре Европа Ассоциацияһы съезында (Варшава, Польша, 2002 йыл), Зальцбургта аҙналыҡ семинарҙарҙа (Австрия, 2 тапҡыр: 2007 йыл, 2008 йыл) ҡатнаша. 2014 йылда Грац ҡалаһында бер ай дауамында стажировка (Австрия) үтә.
 
== Фəнни эшмəкəрлеге ==
Васильева Нина Петровнаның фəнни эшмəкəрлеге балаларҙың тыумыштан булған үҫеш кəмселектəрен һəм күкрəк ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын ультратауыш менән диагностикалауға арналған. Нина Петровна ҡатнашлығында тура эсəк атрезияһы бейеклеген эхографик асыҡлау, яңы тыуған балаларҙа тыумыштан булған күкрəк шаршауы бүҫерен диагностикалау, балаларҙа экссудатив плеврит ваҡытында аҙ инвазив ҡатнашыу күрһəткестəрен билдəлəү ысулдары эшлəнə.
 
== Фәнни хеҙмәттәре ==
80‑дəн ашыу фəнни хеҙмəт, 3 методик рекомендация, 3 уйлап табыу патенты һәм 3 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.