Тел (лингвистика): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
15 юл:
 
== Сәнғәт, сәхнә, математика теле ==
Фән өлкәһендә эшләүселәр араһында бәхәсле бер проблема бар: кеше фекерләү процесында ысынлап та һөйләү телен (йәғни конкрет һүҙҙәр) ҡулланып ҡына эш итәме? Йә иһә теге йәки был нәмә тураһында уйлағанда һүҙһеҙ ҙә фекерләй аламы?.. Был һорауҙарға ҡыртҡырҡа киҫепғына яуап биреү ҡыйын. Сөнки кеше, шул иҫәптән ишетеү-һөйләүҙән мәхрүм булған индивидтар ҙа, һөйләү теленән башҡа уйлай алмай. Ләкин, беренсенән, тел һөйләү теленә генә ҡайтып ҡалмай. Унан башҡа, ишара, ҡул хәрәкәттәре, ымлау теле бар. Унан башҡа, сәнғәт, сәхнә теле кеүек (метафорик мәғәнәләргә эйә булған) телдәр ҙә бар. Икенсенән, эш унда ғына ла түгел, фекерләү, ҡағиҙә булараҡ, телһеҙ (һүҙҙәрһеҙ) ҙә башҡарылырға мөмкин. Мәҫәлән, математик үҙе алдында торған проблемаларҙы һүҙһеҙ генә, һандарҙы, [[тигеҙләмә]]ләрҙе күҙ алдында тотоу менән генә лә сисә ала. Шундай уҡ хәл инженер һәм техник, йәки слесарь-ремонтсы эшендә булыуы мөмкин. Унда төп талап, машинаның (ғөмүмән, теге йәки был конструкцияның) механизмын белеү. "Сәнғәт теле"нә килгәндә, ул үҙе үк һүҙҙәрҙең мәжбүрилеген тоймай. Әйтәйек, рәссамдың буяуҙар палитраһы, композиторҙың тауыштар гармонияһы менән эш итеүе… Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан ижтимағи тормошта һөйләү теленең роле һәм урыны сикһеҙ ҙур.
 
== Тел функциялары ==