Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
 
Ауылда [[мәҙрәсә]] тамалай. Батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайта. [[Беренсе донъя һуғышы]] башланғас, уны ҡабаттан армияға саҡырталар. Бында ул өлкән унтер-офицер званиеһы дәрәжәһенә етә. 1917 йылда 42-се пехота дивизияһында хеҙмәт итә. Коммунистар партияһы сафына алына.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, Әхмәҙей Мортазин Верхнеурал өйәҙе советы ағзаһы итеп һайлана. Күбәләк-Тиләү улысында совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша. «1918 йылда мин Верхнеурал ҡала өйәҙ советында хеҙмәт иттем. Шул уҡ йылда өйәҙ советы мине [[Мәскәү]]гә съезға ебәрҙе һәм Мәскәүгә китеп барышлай [[Өфө]] тирәһендә мине аҡтар тотоп алдылар, улар мине Верхнеуралға оҙаттылар», — тип яҙа үҙе тураһында Ә. Мортазин <ref>[https://vk.com/doc105885386_438812506?hash=409683e66a686792f2&dl=d23e4997534ea5b072]</ref>.
Верхнеуралға ҡайтып барған саҡта [[Ҡаҙаҡҡол]] ауылында уны аҡтар яғында ойошторолоп ятҡан 1-се Башҡорт кавалерия полкына алып ҡалалар. Артабан ул ошо полк составында 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сыға. Март аҙағында [[Муса Мортазин]]дың полкы кире аҡтарға ҡушыла. Әхмәҙей Мортазин да уның составында йөрөй.
 
1919 йылдың авгусында Мортазиндың полкы [[Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы|Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы]] итеп үҙгәртелә. Ҡыҙылдар яғына ҡабаттан сыҡҡан саҡта Әхмәҙей Мортазин бригаданың тәьминәт бүлеге начальнигы, артабан 5-се (һуңынан 27-се) полктың хужалыҡ бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә. Бригада менән Урал фронтында — казактарға ҡаршы, 1920 йылда поляктарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша <ref>[https://vk.com/doc105885386_438812506?hash=409683e66a686792f2&dl=d23e4997534ea5b072]</ref>.
 
Муса Мортазин үҙенең китабында яҙыуынса, Әхмәҙей Мортазин Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] менән бүләкләнә. Әммә «РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге»ндә (Мәскәү, 1926) уның исем-фамилияһы күрһәтелмәгән, әммә ундай осраҡтар булған һәм Муса Мортазиндың ҡустыһы Дауыттың наградланыуы тураһындағы һүҙҙәренә ышанып булалыр.