Гималай тауҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
52 юл:
 
=== Үҫемлектәр донъяһы ===
Гималай тауҙарында үҫемлектәр бүлкәт (ярус) менән урынлашҡан: түбәндәрәк [[тераи]] (һаҙлыҡлы джунглиҙар), юғарыраҡ мәңге йәшел тропик, япраҡлы, ылыҫлы, ҡатнаш урмандар, Альптағы кеүек яландар .
 
Ҡоро төнъяҡ һырттарҙа муссондар тәьҫире көслө түгел, бында тау далалары һәм ярым сүллектәр күп. Тауҙар итәгендә ҡоро саванналар һәм ылыҫлы урмандар, ары ҡуйыраҡ япраҡлы урмандар. Көнбайыштағы Гималай тауҙары алдында дхак (''Butea monospera'') ағасы үҫә, ул ҡиммәтле сайыр менән ағас материалдары бирә.
 
Көнсығышта 1 км бейеклеккә хәтле һырттар еүеш һәм һаҙлыҡлы [[джунгли|джунгли]] тибындағы тераи тигән урмандар менән ҡапланған, бында ҡиммәтле сал ағасы (''Shorea robusta'') үҫә. Юғарыраҡ - [[бамбук]]лы, [[пальма]] һәм ағас кеүек [[абаға]]лы тропик урман зонаһы.
 
2 км бейеклектә һәм унан юғарыраҡ имән, [[магнолия]], [[каштан]] һәм саған үҫкән [[япраҡлы урман]]. 2,6 км юғарыраҡ [[ылыҫлы]] ағастар, Гималай ҡарағайы һәм кедр үҫә.
 
3,5 км - 4 км бейеклектә - [[рододендрон]]даррододендрондар һәм кәрлә ҡыуаҡтар һәм бейек тауҙарҙа үҫеүсе мүктәр. 5 км бейеклектән башлап— гляциаль- ниваль бүлкәт ландшафты.
 
Мәңгелек боҙлоҡтар сиге- көнъяҡта 4,5 км һәм төнъяҡта 6 км .