Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
79 юл:
<poem>
Тәфтиләү.
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.
Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.


Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ, Йыр йырламай күңел асылмаҫ. Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.
Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ. Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.
Ҡара ла Ҡара ла ғына урман ҡая бите, Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта. <ref>http://song5.ru</ref></poem>