Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы''' (17.04.1962, БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Краснохо…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

09:07, 1 март 2018 өлгөһө

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17.04.1962, БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Краснохолмский ҡасабаһында тыуған)— йырсы (меццо‑сопрано). Профессор (2000).

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы
Тыуған көнө 17 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Ҡалтасы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы һәм белеме

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы 1962 йылдың 17 апрелендә БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Краснохолмский ҡасабаһында тыуған. 1990 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, М. Ғ. Мортазина класында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булып эшләй башлай. 1993 йылдан Көнбайыш Европа илдәре (Швеция, Испания, Германия һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1995 йылда З. Исмәғилов операларында төп ролдәрҙе башҡарғаны өсөн, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелә. 1998 йылда Милан ҡалаһында Юғары музыка мəктəбен (Л. Беренго класы; 2000 йылдан алып шунда уҡ уҡыта) һəм Альбиссола‑Марина ҡалаһында Р. Скотто опера академияһын (Р. Скотто класы; икеһе лə — Италия) тамамлаған. 2010 йылдан башлап Манхэттен музыка мəктəбендə (Нью‑Йорк ҡалаһы, АҠШ) уҡыта.


Ижади эшмәкәрлеге

Бай тембрлы матур тауышҡа, сағыу сəхнə оҫталығына эйə. Төп партиялары:

  • Любаша (“Батша кəлəше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков; дебют, 1990)
  • Кармен (Ж.Бизеның ш. уҡ исемле операһы)
  • Маддалена (“Риголетто”, Дж.Верди)
  • Яубикə (“Шəүрə”)
  • Көнбикə (“Салауат Юлаев”) һём баш3алар.

Концерт репертуарында операларҙан ариялар, ватан һəм сит ил композиторҙарының вокаль музыкаһы. Бельгия, Германия, Испания, Франция, Швейцария һәм башҡа илдəрҙə гастролдəрҙə була. Италияның Мантуя ҡалаһында (1997), Алькамо һəм Кортемилья ҡалаларында (1998), Сан‑Ремо ҡалаһында (1999), Францияның Марманде ҡалаһында (1999) үткән халыҡ‑ара конкурстар лауреаты. Испанияның Барселона ҡалаһында (1994), Италияның Варалло ҡалаһында (1995, 1996) һәм Адрия ҡалаһында (1998) үткән халыҡ‑ара конкурстар дипломанты.


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар