Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
Баймаҡ Советы эшселәре ҡыҙылдарҙың полкы килгәнсе, Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазовты туҡмап, мыҫҡыллап һорау алалар. Ҡыҙылдар башҡорт офицерҙарын, улар менән бергә ике полякты атырға тигән ҡарар сығара. Хәбибулла Ғәбитов офицер булмауы арҡаһында ғына үлем язаһынан ҡотола. Уның хәтерләүенсә, 22 февраль (7 март) көнө, бөгөн һеҙҙе атасаҡтар тип, Баймаҡ эшселәре Иҙелбаев менән Мағазовтың кейемдәрен һалдырып, уларға таушалып бөткән кейем бирәләр ҙә, атырға алып китәләр.
 
{{цитата башы}} ''«''Иҫке-моҫҡоға кейенгән, ҡыйлыҡтан алып киленгән галоштарҙакалуштарҙа, талауҙан һуң хатта ойоҡбашһыҙ, тишек галоштарҙанкалуштарҙан күренеп торған ялан аяҡтары менән улар ҡарҙа торалар. Йөрәкте өҙгөс, ҡурҡыныс ине был күренеш...
..Ҡыҙылдарҙың башлығы намаҙға команда бирҙе. Беҙҙекеләр ике тапҡыр дүрт рәҡәғәтле намаҙ уҡынылар. Поляктар суҡындылар. Намаҙҙан һуң Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов аяҡ өҫтө, ә поляктар тубыҡланып ҡабаттан стройға теҙелделәр. Ғабдулла Иҙелбаев әйтте:<br />
— ''Беҙҙе үлтерәһегеҙ, әммә тағы ла тере ике миллион башҡорт ҡала. Ошо ике миллионлыҡ халыҡты ҡырып бөтөрмәйенсә, һеҙ беҙҙең изге идеяны баҫтыра алмаҫһығыҙ. Үлемебеҙҙе беҙ тыныс күңел менән ҡаршы аласаҡбыҙ.''