Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәле улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Вафат булыу урыны → Вафат булған урыны using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
30 юл:
Ләкин университетты тамамларға насип булмай. Уны хәрби хеҙмәткә саҡырылар. Прапорщик званиеһы биреп, Көньяҡ-көнсығыш фронтҡа ебәрәләр. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Иҙелбаев поручик дәрәжәһенә лайыҡ була. 1917 йылдың йәйенән алып поручик Иҙелбаев [[Симферополь]] ҡалаһында хеҙмәт итә. Был осорҙа Башҡортостанда, автономия өсөн милли хәрәкәт көсәйгәндән-көсәйә бара. Әйткәндәй, милли хәрәкәттең тәүге осоронда Ғабдулланың атаһы Сәфәрғәли Иҙелбаев та әүҙем ҡатнаша. [[1917 йыл]]дың июнь аҙағында «Башҡорт халҡының иттифаҡи бюроһы» ағзаһы итеп һайлана.
 
Башҡортостандан ситтә, хәрби хеҙмәттә йөрөүенә ҡарамаҫтан, [[Башҡорт мәркәз шураһы]] Ғабдулла Иҙелбаевты, 1917 йылдың көҙөндә [[Ырымбур губернаһы]] башҡорттарынан [[Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы|Рәсәйҙең Ойоштороу йыйылышына]] (Учредительное собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. Ә декабрь айында үткән [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы|3-сө Бөтә Башҡорт ҡоролтайы]]нда Иҙелбаев Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайы составына индерелә.
 
Ғинуар башында Ырымбурҙан телеграмма алыу менән (унда Иҙелбаевтың Ойоштороу йыйылышы һәм [[Кесе ҡоролтай]] ағзаһы итеп һайланыуы тураһында хәбәр ителә) Иҙелбаев Симферополдән тыуған яғына юллана. Әммә тимер юлындағы боларыу арҡаһында, Ырымбур ҡалаһына 17-18 ғинуарҙа ғына килеп етә. Был ваҡытта [[Бөрйән-Түңгәүер кантоны]]нда прапорщик [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Ғимран Мағазов]] менән корнет [[Әмир Ҡарамышев]] етәкселегендә 400 тирәһе кешенән торған тәүге башҡорт отряды ойошторолған була. Отряд Таналыҡ-Баймаҡ заводында (хәҙерге [[Баймаҡ|Баймаҡ ҡалаһы]]) урынлаша. [[Башҡорт хөкүмәте]] поручик Иҙелбаевҡа ошо отряд менән командалыҡ итеү бурысын йөкмәтә.
 
Отряд 3-сө ҡоролтайҙың ҡарарҙарына ярашлы Бөрйән-Түңгәүер кантонындағы алтын мәғдәнлектәрен [[Башҡорт хөкүмәте]] ҡарамағына күсерергә тейеш була. Әммә отрядтың ҡоралы етерлек кимәлдә булмай. Шуға күрә башҡорт офицерҙары, ҡорал мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап, Баймаҡ эшселәр Советына мөрәжәғәт итә. Ҡорал өсөн тейешле аҡсаһын да бирә улар. Баймаҡ Советы [[Орск]] ҡалаһынан ҡорал һатып алып килергә вағәҙә бирә. Ләкин 4 февраль (яңы стиль буйынса 16 февраль) Ырымбур губревкомы Башҡорт хөкүмәтен төрмәгә ябып, тиҙ арала Баймаҡ советына башҡорт отрядын юҡ итергә бойора.
 
Әмир Ҡарамышев отрядтың бер өлөшө менән ҡорал алып килә ятҡан Баймаҡ советы большевиктарын ҡаршыларға сыға. Әммә тегеләр икенсе юлдан китеп, йәшерен рәүештә Баймаҡҡа ҡайта һәм башҡорттар өсөн тәғәйенләнгән ҡорал менән үҙ эшселәрен ҡоралландыра. Улар 16 февралдең төнөндә (2 март) Баймаҡта башҡорт отрядын килеп баҫа. Башҡорт һалдаттарын ҡыуып таратып, командирҙары Ғабдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов, прапорщик Усман Йәһүҙин, башҡорт отрядында хеҙмәт иткән биш поляк офицерын һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаһы [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Хәбибулла Ғәбитов]]ты ҡулға ала.