Ишембай машиналар эшләү заводы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында завод «Красный молот» һәм «Коломенский» заводтары етештергән батҡаҡ насостарын йүнәтеү, шулай уҡ уларға запас частар етештереү менән шөғөлләнә. Бынан тыш ул «Ордженикидзенефть», «Когановичнефть» һәм «Лениннефть» трестарын хеҙмәтләндерә, уларҙы ҡаптырғыс интрумент менән тәьмин итә. 30-сы йылдар аҙағында заводты реконструкциялау буйынса етди әҙерлек эше башлана.
 
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән СССР Наркомнефтенең 1941 йылдың 1 авгусындағы 177-се бойороғон үтәй барып, Сталин исемендәге Механика заводы, бөтә ҡорамалдары һәм 745 хеҙмәткәре менән Башҡортостанға, Ишембай ҡалаһына эвакуациялана. ИшимбайҙаИшембайҙа уға икенсе исем бирелә:  «Дәүләт Союз Сталин исемендәге Машиналар эшләү заводы».
 
Республика нефтселәре өсөн быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдарын етештереү һәм йүнәтеү менән бер рәттән Машиналар эшләү заводы, Наркоматтың махсус заказын үтәп, ҡорал етештерә — данлыҡлы «Катюша»лар өсөн йүнәлтеүсе гильзаларҙы ҡырып эшләй. 1941— 1944 йылдарҙа заводта баҡылы Цолак Аршавирович Бахшиян техник бүлек начальнигы була, 1944 йылда ул «Катюша»ларҙың реактив снарядтарына сәпте аныҡ табыу ҡулайламһынҡулайламаһын уйлап тапҡаны өсөн «[[«Почёт Билдәһе» ордены|Почет билдәһе]]<nowiki/>» ордены менән бүләкләнә.
 
Һуғыш йылдарында завод коллективы күп тапҡырҙар нефть тармағында социалистик ярышта еңеп сыға һәм еңеүсе байраҡтарын яулауға өлгәшә.