Ишембай машиналар эшләү заводы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл:
[[1901 йыл|1901]] йылдың февралендә, Романы ауылындағы скважинанан алыҫ түгел Мәскәү-Кавказ Нефть Сәнәғәт-сауҙа ширҡәте (1897 йылда ойошторола) ҡорамалдарҙы йүнәтеү буйынса ҙур булмаған оҫтахана ҡуя. Тап ошо датанан завод тарихы башлана ла инде.
 
1902—1903 йылдарҙа был Оҫтахана арыу уҡ киңәйә һәм уның торкарьтокарь, слесарь, торба-ҡаҙан һәм тимерлек цехтары була. Ул ваҡытта предприятиены Механик Оҫтахана тип йөрөтәләр. Беренсе донъя һуғышына тиклем унда 200-гә тиклем кеше эшләй. Һуғыш йылдарында 600-гә яҡын кешегә эш урыны табыла.
 
[[1920 йыл|1920]] йылға тиклем Оҫтахана быраулау техникаһын йүнәтеү, нефть сығарыу өсөн желонкалар етештереү менән шөғөлләнә. 1920 йылға тиклем предприятие шулай эшләй. Әзербайжан ревкомының 1920 йылдың 24 майындағы Декреты менән национализацияланған предприятиеларға идара итеү Әзербайжан Нефть Комитетына йөкмәтелә; артабан ул «Азнефть» тип атала башлай. Был ойошмаға аҙағыраҡ Сталин исемендәге тип аталған Механик оҫтахана ла инә. Артабан бер-бер артлы түбәндәге предприятиеларға буйһона: Романин промыслалар төркөмөнә, Сурахан быраулау контораһына, Орджоникидзе исемендәге промыслаға. СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссарының 1936 йылдың 11 декабрендәге 562-се бойороғона ярашлы хәҙер инде Сталин исемендәге Механик заводы тип аталған оҫтахана «Азнефтемаш»тресы ҡарамағына тапшырыла.