Башҡорт ғәскәре (1917—1919): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
59 юл:
1918 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте Башҡорт ғәскәри идаралығы тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя. Идаралыҡ Башҡорт ғәскәренең ойоштороуы һәм ҡоролошо менән шөғөлләнә. Шулай уҡ уның ҡарамағына офицер составы һәм финанс ресурстары бирелә. Идаралыҡ административ хөкөм, мобилизация һәм хужалыҡ бүлектәренән тора. [[Башҡорт айырым корпусы]]ның штабы иғлан ителә, ә Башҡорт хәрби советы кәңәшмә органы булараҡ республика хөкүмәте янында ҡалдырыла<ref>[http://guides.rusarchives.ru/browse/gbfond.html?bid=122&fund_id=438668 Войсковое хакимлығы Хөкүмәте Башҡурдистан]</ref>.
 
[[Башҡорт хәрби советыныңсоветы]]ның рәйесе һәм Ғәскәри идаралыҡтың начальнигы, Башҡортостан Хөкүмәтенең ағзаһы, хәрби бүлектең мөдире була.
 
Ғәскәр регуляр булмаған отрядтарҙан һәм регуляр пехота һәм кавалерия полктарынан тора. 1918 йылдың июленән Башҡорт ғәскәре составына 4 Башҡорт пехота полкы һәм Башҡорт кавалерия полкы инә, артабан улар, 1918 йылдың сентябрендә, биш полктан торған [[Башҡорт айырым корпусы|Башҡорт айырым корпус]]ҡа инәләр. Уның беренсе командующийы итеп генерал-майор [[Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы]] тәғәйенләнә.
66 юл:
Башҡорт Корпусы хәрби — оператив яҡтан Аҡ армияның берҙәм командованиеһына буйһонған хәлдә була. Башҡорт ғәскәренең һаны аҙаҡҡы 5 ай эсендә 10 меңгә барып етә һәм артабан, алыштарҙағы юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, һаман арта бара.
[[Файл:Знамя 2-му Башкирскому полку от жителей Екатеринбурга.png|thumb|2-се башҡорт полкы [[Екатеринбург]] ҡалаһында йәшәүселәрҙән почетлы бүләк байрағын һәм полк байрағын ҡабул итә.]]
Бик күп мөһим саралар менән бер рәттән, хәрби символиканың булдырыуына айырым иғтибар бүленә. 1918 йылдың 13 июлендә Башҡорт хәрби советы башҡорт частары өсөн берҙәм форма кейеме эшләп сығарыу буйынса Комиссия тәғәйенләнеүе тураһында фарман сығара<nowiki>:</nowiki> <blockquote class="">«Башҡорт ғәскәре частарының формаһын уйлап сығарыу өсөн 2-се Башҡорт дивизияһының Штаб начальнигы подполковник Емельянов рәйеслеге аҫтында, ағзалары Башҡорт Хәрби советы өлкән адъютанты поручик Мухлио, мобилизация бүлеге мөдире, прапорщик Тереғолов һәм Хәрби Советы ағзаһы [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Мағазов]] составында комиссия ағымдағы йылдың 13 июль көнөнә билдәләнә».</blockquote>1918 йылдың октябрендә [[Башҡорт айырым корпусы]] Башҡорт айырым уҡсылар дивизияһына үҙгәртеп ҡорола, ә 1919 йылдың ғинуарында — [[Башҡорт корпусы]]на.
 
[[Колчак Александр Васильевич|А. В. Колчак]] Рәсәйҙең Юғары Хакимы булып алғас, милли автономияларҙы таныуҙан баш тарта. Был шарттарҙа Башҡорт Хөкүмәте Совет власы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башлай һәм 1919 йылдың февраль айында Башҡорт Ғәскәренең һәм [[Башҡортостан]]дың Совет власы яғына күсеүе хаҡында уның ҡарары сыға. Бынан һуң башҡорт частарының һәм [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА)|Ҡыҙыл Армия]]ның аҡтарға ҡаршы берҙәмлектәге хәрби ғәмәлдәре башлана.